Новости
23 Июль 2020, 06:27

Туристар бәләгә тарыған

Кисә 112 системаһына Белорет районында ял итеүсе туристар төркөмөнән ярҙам һорап хәбәр килә.

Хәл былай була. Кисә дүрт оло кеше һәм бер бала электричкала Береш ауылы эргәһенә ял итергә килә һәм Инйәр йылғаһын кисеү аша сығып, палатка ҡоралар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял килеп сыҡмай. Кисен башланған ҡойма ямғыр арҡаһында һыу кимәле ныҡ күтәрелә, хатта бер палатканы һыу баҫа. Иртән туристар кәмәһеҙ йылға аша сыға алмаясаҡтарын аңлап, ҡотҡарыусыларҙы саҡырталар.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәтте ҡабул итеү менән, бәлә урынына йүнәлә. Катамарандарҙа туристарҙы йылғаның икенсе ярына сығарып, тимер юл станцияһына тиклем оҙатып ҡуялар.
Фото: Vk.com
Автор: Римма Султанова.
Читайте нас