Новости
23 Июль 2020, 06:35

Тәмле лә, йәмле лә

Был ризыҡты әҙерләү өсөн 800 грамм һыйыр фаршы, бер-ике баш һуған, бер йомортҡа, тәмләткестәр, 200 грамм тоҙло ҡыяр, 150 грамм эремсекле сыр, 100 грамм ҡаты сыр, йәшел һуған кәрәк.

Тәүҙә фаршты һуған, йомортҡа, тәмләткестәр ҡушып баҫабыҙ. Артабан эслек өсөн эремсекле сырҙы киҫелгән ҡыяр, һуған менән бутайбыҙ. Фаршты кәтлит формаһында әүәләп, уртаһын аҙыраҡ баҫып, оя кеүек итәбеҙ. Ошо ояларға эслек һалып, өҫтөнә ҡырылған ҡаты сыр һибәбеҙ.
Майланған табаға теҙеп, самалап ҡына һыу ҡойоп, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30-35 минут бешәрәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Vk.com
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас