Уны Мәскәү скульпторы Вадим Кириллов башҡара. Әйткәндәй, ул - ҡала халҡының яратҡан урындарының береһенә әйләнгән 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт полктарына арналған һәйкәлдең авторы ла.
Таусылар ҡалаһында төҙөләсәк яңы һәйкәлдең бейеклеге 2,3-2,5 метр тәшкил итәсәк. Бронзанан яһалған композицияла төҙөүсе ҡатын-ҡыҙ менән таусы ир-егеттең һыны һынландырыласаҡ. Импровизацияланған шахта күтәргестең бейеклеге 6 метр буласаҡ. Һәйкәлде йөҙләү урындағы һорғолт-алһыу төҫтәге гранит менән башҡарыласаҡ.
Уны асыу тантанаһы 22 авгусҡа, Сибай ҡалаһының 65 йыллыҡ юбилейы менән бер мәлгә билдәләнгән. Ошо уҡ көндә ҡалала башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары-2020” йыр-моң конкурсы, “Урал аръяғы-2020” инвестиция һабантуйы кеүек сараларҙың үтеүе лә көтөлә. Сибай йыр-моң һөйөүселәрҙе генә түгел, эшҡыуар һәм инвесторторҙарҙы ла ҡаршыларға әҙерләнә.
Фото: "Сибайский рабочий" гәзитенән.