Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Июль 2020, 06:38
Борис Беляев: “Идарасылар командаһының ҡеүәтен һөҙөмтәлерәк файҙаланырға өйрәтәләр”
ВЭБ һәм СКОЛКОВО бизнес мәктәбе илебеҙ ҡалаларындағы идарасылар командаларын уҡыта башланы. 21 июлдә Рәсәйҙең иң ҙур 100 ҡалаһы өсөн идарасы кадрҙар әҙерләү программаһы ғәмәлгә инде.
Дөйөм алғанда 500 идарасы уҡыуға йәлеп ителә. Белем биреү проектының төп маҡсаты – идарасылар командаларына ҡала менеджменты өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне һәм белемде еткереү. Сарала ҡатнашыусылар иҫәбендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев та бар.
– Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров команда алдына ҡалаларҙы сифат йәһәтенән яңы кимәлгә сығарыу бурысын ҡуйҙы. Тимәк, милли проекттар тормошҡа ашырылырға, ҡала инфраструктураһы үҫергә, ҡалаларҙың йөҙө үҙгәрергә, сүп-сар реформаһы тотҡарланмаҫҡа тейеш. СКОЛКОВО мәктәбендә белемде камиллаштырып, күләмлерәк фекер йөрөтөргә, мөмкинлектәрҙе күрә белергә, биләмәләрҙе үҫтереү өсөн идарасылар командаһының ҡеүәтен һөҙөмтәлерәк файҙаланырға өйрәтәләр, – тине Борис Беляев.
Ойошторусылар билдәләүенсә, уҡыу программаһы биш тематик блокҡа берләштерелгән 14 модулдән тора, туранан-тура һәм ситтән тороп ҡатнашыу рәүешендә тормошҡа ашырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Boris-Belyaev--Idarasilar-komanda-ini--e-ten---mt-ler-k-fay-alanir-a-yr-t-l-r-378694/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"