Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Июль 2020, 06:30
"Ҡайным тормошомдо емерҙе..."
Бынау эҫелә ҡалала хитланып ятмағыҙ, ауыл йортонда барыбер һауа яҡшыраҡ, балалар ҙа һөт-ҡаймаҡ ашап рәхәтләнер, атайымдар ҙа күптән саҡыра",- тип өгөтләп тигәндәй тыуған йортона ҡайтырға күндерә уны ире. Үҙенең быйыл отпускыһы булмаһа ла, исмаһам, яҡындары ял итеп килһен тип тырышыуы инде. Ҡайны-ҡәйнәһе "аһ" итеп торһа ла, ауылға ҡайтырға бик яратмай ул.
Бына әле лә үҙен көсләп тигәндәй йыйынды. "Ауылға" һүҙен ишетеү менән үрле-ҡырлы һикергән бәләкәстәрен күреп кенә тынысланды. Аяғы тартмай уның шунда, насар кешеләр ҙә түгелдәр, тик ҡайныһының урынлы-урынһыҙ шаяртыуҙары, ҡәйнәһенең быны күрмәмешкә һалышыуы йәненә тейә. Әлеге ҡайтыу артабанғы тормошон емеререн белһә, ике аяғының береһен дә баҫмаҫ ине лә бит...
Йәшәгән ҡалаларынан алыҫ ҡына булһа ла, елдереп ҡайтып та еттеләр. Ҡәйнәһе бешеренеп-төшөрөнөп көткән. Бер-ике көн ҡунаҡ булып, балалар менән ҡатынын, берәй аҙнанан килеп алырмын, тип ире кире ҡалаға китеп тә барҙы.
Һәүетемсә ауыл тормошо башланды. Ауылда булғанда ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышты ҡала ҡунаҡтары. Инде ҡул араһына ингән малайҙар баҡсаға һыу һипте, мал артынан барҙы. Кескәй ҡыҙы өләсәһе янында уралды. Аҙ ғына ваҡытҡа ҡайтһалар ҙа, тик ятмай, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыштылар, өй йыуҙылар, түшәк-яраҡты елләтеп ҡаҡтылар. Сираттағы эш миндек әҙерләү ине. Ҡайныһы һәм өлкән улы менән, бер юлы тәбиғәтте лә күреп киләйек, тип йыйыналар улар. Иҫ киткес ҡояшлы матур көн, ҡайын урманы хозурлығы менән арбай. Ҡоштар һайрауын тыңлай-тыңлай, бер ни уйламай миндек киҫеп йөрөгәндә, ейәненең алыҫҡараҡ киткәнен көтөп, ҡайны тейешле кеше килененә ташлана, "риза бул, бер кем дә белмәйәсәк" тип әшәке һүҙҙәр һөйләй башлай. Аяҙ күктә йәшен атҡандай тойола ҡатынға. Йән асыуына ҡырға этәрә ул ирҙе. Бәхеткә, улы был яҡҡа ыңғайлаған була.
Артабан нисек өйгә ҡайтып еткәндәрен дә иҫләмәй шаңҡыған ҡатын. Әммә ҡайныһына булған бар асыуын, оялышынан эсенә йомоп, ҡәйнәһенә бер ни белдермәҫкә ҡарар итә.
Ҡайныһының әшәкелеген ҡалаға ҡайтҡас ҡына иренә һөйләп бирә ҡатын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйгәне уны аңламай. Һин ни эшләп ауылда саҡта уҡ миңә барыһын да һөйләмәнең, әллә йәшереп йәшәргә уйланыңмы, тағы әллә нимәләр йәшерәһеңдер әле, тип туҙына. Хәл хатта айырылышыу сигенә барып етә. Шулай итеп, аҙғын атай балаларының бәхетле тормошона ҡара яға. Артабан ни булыры ла билдәһеҙ...
(Социаль селтәрҙә бер блогерҙың һөйләгәндәренән).
Фото: vk.com
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/aynim-tormoshomdo-emer-e-378390/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"