Башҡортостанда өс дауаханаға коронавирус буйынса карантин индерелгән. 8 июлдән сикләү саралары Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология бүлексәһенә индерелгән булһа, 17 июлдән республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың реанимация һәм операция блогы, Тәтешле үҙәк район дауаханаһының терапия бүлексәһе карантин шарттарында эшләй.
Роспотребнадзор идаралығы белдереүенсә, сирҙең иң күп осрағы Өфөгә тура килә - 2 372 кеше ( тәүлектә 18 сир осрағы). Икенсе урында – Нефтекама, өсөнсө урында – Стәрлетамаҡ ҡалалары. Райондар буйынса “лидерлыҡты” Бәләбәй районы (бөтәһе 290 диагноз) тота. Икенсе урында – Туймазы, өсөнсө урында –Өфө райондары. Коронавирусҡа бөрйәндәр генә бирешмәй, районда бары ике коронавирус осрағы раҫланған.