Новости
22 Июль 2020, 11:55

Ләйсән Үтәшева Раевкала ҡый утай

Бар Рәсәйгә билдәле яҡташыбыҙ – гимнастка, алып барыусы, бейеүсе Ләйсән Үтәшева тыуған ере Башҡортостанда йыш ҡунаҡ. Кисә лә ул “Инстаграм” селтәрендә йәнатарҙарын Раевка ауылында төшкән фотоһүрәттәре һәм йылылыҡ, һөйөү бөркөлөп торған яҙма менән ҡыуандырҙы.

“Һәр йыл һайын тиерлек яҡындарым янына Башҡортостанға ҡайтам!
Әле лә тыуған яҡтарымда ял итәм. Раевка – ул минең өсөн элек-электән көс туплау урыны.
Күлдәр, баҡса, ундағы ҡый үләндәре менән көрәш, балыҡ тотоу, мунса, ҡымыҙ, бал һәм яҡындарым менән усаҡ янында һөйләшеп ултырыу... Ә һеҙ быйыл ниндәй тарафтарға ял итергә остоғоҙ?”
Бәхет өсөн күп кәрәкме ни...
Фото: Инстаграм
Автор: Айгөл Ғәбитова.
Читайте нас