Новости
22 Июль 2020, 11:47

Эҫелектән кемдәр файҙа күргән?

Әлһерәткес эҫе көндәр әкренләп арттҡа сигенде буғай. Ә бит көндәрҙең томралығынан файҙа күреүселәр ҙә булған.

Был осорҙа иң үтемле эсемлек кеүәҫ булғандыр, моғайын. Өфө ҡалаһында кеүәҫ һатыусыларҙың аҙым һайын осрауы шуға асыҡ миҫал.
– Кеүәҫ әсеткәндә икмәк ҡулланылғас, был эсемлектә кеше организмы өсөн файҙалы матдәләр, витаминдар бихисап, – тип һөйләй табибә Фәрзәнә Вәхитова. – Һыуһынды тиҙ ҡандыра, уны эскәндән һуң оҙаҡ ваҡыт һыуһатмай. Бынан тыш, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләү функцияһын да үтәй. Әйткәндәй, ул борондан билдәле, хатта уны байҙар эсемлеге тип тә атағандар.
Өфө ҡалаһының Октябрь проспектында кеүәҫ менән сауҙа иткән Вадим Аллаяров билдәләүенсә, бер стакан кеүәҫ – 15 һум тора. Уҙған ике аҙна һуҙымында иртәнсәк сәғәт 7-гә килтерелгән мискә киске 7-гә тулыһынса бушай. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары кеүәҫте ныҡ ярата. Эсемлекте боронғо ысул ярҙымында – арыш икмәге иҙелгән һыуға сүпрә һалып, әсетеп эшләгәс, уға ихтыяж ҙур.
– Элегерәк төрлө һуттар эсеүгә өҫтөнлөк бирһәм, хәҙер көн дә кеүәҫ эсеп кинәнәм, – ти Вадим.
Фото: wikimapia.org
Автор: Илдар Акьюлов.
Читайте нас