Новости
22 Июль 2020, 11:53

Быйыл сығарылыш кисәләре булырмы?

Бөгөн республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Унда ул Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләре, вуздарға уҡырға инеү кампанияһы башланыуы һәм сығарылыш кисәләре тураһында һөйләне.

Министр белдереүенсә, республикала 11 кешенең БДИ һөҙөмтәһе юҡҡа сығарылған. Бының сәбәбе: ун кеше шпаргалка индергән, берәү мобиль телефон менән тотолған. Был осраҡтарҙың һәр береһе айырым тикшерелә, хеҙмәт тикшереүе үткәрелә.
– Быйыл имтиханды үткәргән саҡта асыҡланған етешһеҙлектәр күпкә әҙерәк булды. Сығарылыш класс уҡыусыларының аңлылығы артыу менән бәйле был тип уйлайбыҙ, – тине ул.
Быйыл ойоштороусы яғынан да ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Өфөнөң бер мәктәбенә ойоштороусы үҙе менән мобиль телефон индергән. Уны имтихан ҡабул итеү пунктынан сығарғандар һәм аҙаҡ 20 мең һум штраф һалғандар.
Ата-әсәләр һәм уҡыусылар яғынан температура режимына ялыуҙар булһа, күптәр химиянан имтихандың ауыр булыуын белдергән. Ил буйынса хатта петициялар яҙғандар. Тик имтихан мәктәп программаһынан ситләшмәгән тигән фекерҙә министр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 июлдә БДИ-ның төп осоро тамамлана. 24 июлдән 8 авгусҡа тиклем резерв көндәр планлаштырылған.
Вуздарға килгәндә, быйыл Башҡортостанда меңдән ашыу өҫтәмә бюджет урындары булдырылды.
– Быйыл юғары уҡыу йорттарында уҡыу хаҡы күтәрелмәйәсәк. Бынан тыш өҫтәмә 1075 бюджет урыны барлыҡҡа килә. Шуға күрә үҙегеҙгә оҡшаған белгеслекте һайлағыҙ һәм шул уҡ ваҡытта бюджет урындарға инә алыу мөмкинлеге ҙурыраҡ булған урындарҙы ла ҡарағыҙ, – тине Айбулат Хажин.
Дөйөм алғанда республика вуздарында 11264 бюджет урыны бар.
Ә был шәмбе, 25 июлдә, Башҡортостанда сығарылыш кисәләре үтәсәк. Айбулат Хажин уның нисек үтеүенә аңлатма бирҙе.
– Сығарылыш кисәләре үткәргән саҡта барлыҡ санэпидталаптар үтәлергә тейеш. Бындай күп кеше ҡатнашҡан саралар менән балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың коронавирус менән зарарланыуына юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Икенсенән, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, сараларҙа 50-нән ашыу кеше ҡатнашырға тейеш түгел, тигән сикләү бар. Беҙ быны иҫәптә тотасаҡбыҙ. Һәм, өсөнсөнөн, нисек кенә теләһәләр ҙә, сығарылыш класс уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәһенә мәҙәни урындар һәм йәмәғәт туҡланыуы урындарына бармауҙы һорайбыҙ. Бында битлек режимы ла, социаль дистанция ла үтәлмәйәсәк, – тине министр.
Әйткәндәй, бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында, баш ҡалала коронавирус пандемияһы арҡаһында сығарылыш кисәләре үткәрелмәйәсәк, тип әйтелде.
Фото: news102.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас