Новости
22 Июль 2020, 11:42

Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтөлә?

Алдағы көндәрҙә синоптиктар һауа шарттары боҙоласаҡ тип хәбәр итә.

22 һәм 23 июлдә ямғыр, урыны менән йәшен, көслө ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Күк күкрәгәндә елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға тиклем етеүе ихтимал. Иртән томан төшәсәк, күреү мөмкинлеге — 500-1000 метрға етәсәк. Һауа температураһы төндә 10-15 градус, урыны менән 9 градусҡаса төшәсәк, көндөҙ 19-25 градус булыуы көтөлә.
Киләһе аҙнаның башында ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.
Һауа төрөшөнөң көйһөҙләнеүен тәүгеләрҙән булып Салауат районы халҡы тойғайны. Бында ҡойон уйнап, йәшенләп ямғыр һәм боҙборсаҡ яуып байтаҡ зыян килтергән. Салауаттарҙан һуң был ҡойонло ямғыр Ҡыйғы районы аша үткән. Бында көслө ел булған, ул кәртәләрҙе емергән, ҡыйыҡтарҙы алып ташлаған. Айырыуса Сағыр ауылында дауыл көслө булған. Ауыл мәҙәниәте йорто һәм фельдшер-акушерлыҡ йортоноң ҡыйыҡтарын алып киткән, 30 ихата аша үтеп, төрлө емереклектәр ҡалдырған.
Фото Ҡыйғы районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Лилия Нуретдинова.
Читайте нас