Раевка ауылынан йыраҡ түгел, тимер юлының 1508-се километрында тауар поезды китеп барған. 17 йәшлек ҡыҙ, хәрәкәт итеүсе составты күреүгә ҡарамаҫтан, юлды йүгереп сығып өлгөрөргә теләгән. Машинист, был хәлде күреп, тормозға баҫһа ла, күп тонналы поезды туҡтатыу еңел түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ бәрелеп, урында уҡ һәләк булған.