Новости
20 Июль 2020, 06:08

Ҡышҡылыҡҡа - аш тәмләткес

Баҡсаларҙа емеш-еләк, йәшелсәнең өлгөрә башлаған осоро. Уңған хужабикәләр өсөн бер минут та буш тороп булмаҫтай ваҡыттар етте: ҡайнатмалар, компоттар, салаттар, маринадланған йәшелсәләр әле һыуытҡыс, баҙ кәштәләрен йәмләһә, оҙон ҡышта өҫтәлдәребеҙҙе биҙәйәсәк.

Һеҙҙең иғтибарға халыҡта "Огонек" тип аталған аш тәмләткес рецебы тәҡдим итәбеҙ.
Уны әҙерләү өсөн дүрт килограмм помидор, ярты килограмм керән тамыры, ярты килограмм ҡыҙыл болгар боросо (әсерәкте яратһағыҙ, әсе борос та ҡушырға була), ике баш һарымһаҡ, дүрт аш ҡалағы тоҙ, биш аш ҡалағы шәкәр, дүрт аш ҡалағы туғыҙ процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Тәүҙә помидорҙы, керән тамырын, болгар боросон, һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Ошо массаға аш һеркәһе, тоҙ, шәкәр ҡушып бутайбыҙ. Артабан стерилләнгән банкаларға һалып, нығытып ябып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: kleo.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас