Быны арығанлыҡтан, яҡын кешеләремде яратмағанлыҡтан әйтмәйем, уларҙың тәртибендәге үҙгәрештәр аптырата.
Әллә үҙем үҙгәрҙемме? Ғаиләбеҙ тормошона сит күҙлектән ҡарап баһалағандан, тәртибемдәге хаталарҙы күҙәткәндән һуң, үҙемдең дөрөҫ йәшәмәүемде аңлағандай булдым.
Ирем мине уның бөтә ихтыяждарын үтәгән, көйһөҙлөктәрен кисергән уйынсыҡ урынына күргән кеүек. Улым миндә бөтә өй эштәрен шып-шым ғына үтәгән, тауыш күтәрмәгән, аш-һыу, таҙа күлдәк менән даими тәьмин иткән роботты ғына күрә. Әйтерһең дә, мин өйҙә барыһын да хеҙмәтләндереүсе машина, уларҙың яғынан бер тинлек ярҙам да, хәл һорашыу ҙа, ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү ҙә юҡ. Мин дә кеше, мин дә арыйым, бындай иғтибарһыҙ мөнәсәбәткә лайыҡ түгелмен. Был хаҡта һүҙ ҡуҙғатырға ла ҡурҡам, сөнки мине аңламаясаҡтар, аҡылдан яҙған, ҡоторған, башҡа эше юҡтыр, тип уйлауҙары бар. Бер бөтөн ғаилә булып йәшәй алмау ауыр.
Әхирәттәрем, былай йәшәргә ярамай, ти. Әсәйем хәлемде аңлай, психологҡа барырға кәңәш итә. Ғаиләне боҙорға уйым юҡ, тик былай кәрәкһеҙ осһоҙ әйбер кеүек йәшәге лә килмәй. Бынан бер нисә йыл элек танышым менән булған ошоға оҡшаш хәл иҫкә төштө. Ғаиләһендәге көсөргәнеште күмәкләп хәл итәһе урынға, ул барыһын ташлап, өйөнән сығып китте. Уны, моғайын, яҡындарының яҙмышы элек-электән ҡыҙыҡһындырмағандыр. Нисек үҙенә рәхәт, шулай йәшәй, тиҙәр. Әммә мин бындай киләсәге булмаған йәшәү рәүешен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шул уҡ ваҡытта үҙемдең тормошомда ла нимәнелер үҙгәртергә тейешлегемде аңлайым.