Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Июль 2020, 06:02
Картуфтан тәмлекәстәр
Картуф, бер стакан он, ике-өс йомортҡа, бер сәй ҡалағы ҡоро сөпрә, бер сәй ҡалағы шәкәр, үҫемлек майы кәрәк.Тәүҙә картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешерергә. Аҡ май, һөт ҡушып иҙергә. Йылымыс иҙмәгә он, йомортҡа, ҡоро сөпрә, шәкәр ҡушып ҡамыр баҫырға ла бер сәғәткә йылыға ҡуйырға.
Ҡабарып сыҡҡас, өҫтәлгә он һалып ҡамырҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлеп әүәләйбеҙ. Өҫтөн тишкеләп, үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ.
Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирергә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:.
In.pinterest.com
Автор: Рисаля Юмагулова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/common_material/Kartuftan-t-mlek-st-r-368123/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"