Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Июль 2020, 06:12
Бәпес табырға - ЮХХДИ менән!..
Геройҙар - үҙебеҙҙең арала. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Дамир Ғирфанов исемле ир ҡыуаныслы яҙма ҡалдырған. Уның бала табырға йыйынған ҡатынын медицина учреждениеһына тотҡарлыҡһыҙ алып барып еткереү өсөн ЮХХДИ экипажы юл буйына оҙатып барған. Дамир ваҡиғаның видеояҙмаһын да һалған.
“Бәпәй табырға китеп барабыҙ. Ҡыҙыбыҙ автоинспектор булыр, моғайын”, – тип шаярта кадр артында ир.
Әлбиттә, бала табыусы ҡатындың медицина учреждениеһына ваҡытында барып етеүе – шатлыҡлы, сөнки төрлө хәл булыуы ихтимал, һүҙ ҡатын һәм бала ғүмере хаҡында бара.
Дамир Ғирфанов полиция капитаны, взвод командиры Илдус Ғәзиевҡа ошо хәлгә битараф ҡалмағаны, кешелеклелеге өсөн рәхмәтен еткерә, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәренә артабан да уңышлы хеҙмәт итеүен теләй.
Әйтергә кәрәк, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре сирена ярҙамында ҡала буйлап тотҡарлыҡһыҙ дауаханаға оҙатҡан ғаиләлә ошо төндә ҡыҙ бала донъяға килгән.
Фото: “Комсомольская правда”
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/B-pes-tabir-a-YuHHDI-men-n-372807/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"