Новости
20 Июль 2020, 06:05

"Ҡаршы алығыҙ, ирем!"

Шулай итеп, яңылыҡ ысынбарлыҡ булып сыҡты. Гөлназ Асаева кейәүгә сыҡты. Күптәр тәүҙә йондоҙға ышанмай ине шул: йә күлдәк рекламай, йә пиар эшләйҙер, тиеүселәр булды. Иренең йөҙөн күрһәтмәгәнгә шикләнеүселәр ҙә бар ине.

Гөлназ Инстаграмда никах мәлендә төшкән башҡа фотоларын да ҡуйҙы. Хатта никах ҡағыҙын да һалған. Ире менән бергә төшкән стористары менән дә уртаҡлашты. Шуларҙың береһенең аҫтына: “Ҡаршы алығыҙ, ирем” тип яҙҙы ул.
Гөлназдың ире, шулай уҡ йырсы, Вилли ҡушаматы аҫтында йырлаған Вилдан Шәмсетдинов булып сыҡты. Ул Элвен Грей лейблына ингән артист. Ә күптәр уны танымауының сәбәбе, йырсы элегерәк тулы булған, ә никахына матур ғына итеп ябыҡҡан икән.
Кисә генә никах үткәргән Гөлназ Асаева бөгөн мөһим эштәр менән була. Ул ире менән бергә бизнес эшләй башлаған һәм халыҡты йыйып осрашыуҙар үткәрә. Һәр өлкәлә лә уңыш юлдаш булһын. Иң мөһиме, ғаилә бәхете йәштәргә!
Фото: Инстаграм.
Читайте нас