Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
17 Июль 2020, 12:05
Субсидияға ғариза ҡабул итәләр
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа “Роспотребнадзор” тәҡдимдәрен үтәүҙе тәьмин итеүгә субсидия биреүҙе күҙ уңында тотҡан программаны ғәмәлгә индерҙе. Бындай ярҙам сараһы 500 мең самаһы эшҡыуарға күрһәтелә. Уларҙа 1,5 миллионға яҡын кеше эшләй.
Санитария-эпидемиология талаптарын үтәү маҡсатында профилактикаға һәм дезинфекцияға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия өҫтәмә белем биреү менән шөғөлләнгән коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға, шулай уҡ спорт, ҡунаҡхана хужалығы, дөйөм туҡланыу, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү, өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге эшҡыуарҙарға бирелә.
Уны алыу өсөн 15 июлдән 15 авгусҡа тиклем ойошма йәки шәхси эшҡыуар урынлашҡан ерҙәге һалым органына ғариза яҙырға кәрәк. Унда субсидия аҡсаһы күсерелергә тейешле иҫәпте күрһәтеү шарт. Ғариза өс эш көнөндә ҡарала. Шарттар үтәлгән осраҡта, Федераль һалым хеҙмәте субсидияны иҫәпләй, ә Федераль ҡаҙналыҡ уны күсерә.
Ентеклерәк мәғлүмәт менән Мойбизнес.рф (
https://clck.ru/PJdhA
) порталында танышырға мөмкин.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Subsidiya-a-ariza-abul-it-l-r-371192/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"