Енәйәт Өфөләге супермаркеттарҙың береһендә 13 июлдә ҡылынһа ла, сауҙа урынында алданғандарын икенсе көндә генә аңлағандар һәм полицияға хәбәр иткәндәр. Асыҡланыуынса, бер ир супермаркетҡа ингән дә үҙенең банкоматты тикшереү өсөн килгәне хаҡында әйткән. Ул әҙерәк ҡоролмала соҡсонған да уның “төҙөк түгел” икәнлеге, алып китеп йүнәтеү кәрәклеге хаҡында белдереп, күтәреп алып сығып та киткән.