“Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Кешеләр эшһеҙ ҡалырға тейеш түгел”, - тине ул.
Хеҙмәт баҙары хаҡындағы һөйләшеүҙә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, 13 июлгә ҡарата эшһеҙ граждандарҙың иҫәбе йыл башынан 5,2 тапҡырға артып, 95 мең кеше тәшкил итә. Һәр бишенсе кеше хеҙмәт урынын пандемия сәбәпле юғалтҡан.
Эшһеҙлек пособиеһын ғинуарҙан апрелгәсә 1725 һум күләмендә алһалар, майҙан алып июлгә тиклем ул 5175 һумға тиклем артҡан.
Бәлиғ булмаған балалы эшһеҙ граждандарға июнь - август айҙарында һәр бала өсөн өҫтәп өс мең һум күсә.
Эшһеҙлек пособиелары түләнһен өсөн федераль бюджеттан 2,5 миллиард һум аҡса бүленгән.
Йәй башынан әҙерәк тыйыуҙар кәмегәс, эш тәҡдим иткән белдереүҙәр күбәйгән.
“Халыҡты эш менән тәьмин итеү – беҙҙең контролдә тотолорға тейешле иң мөһим бурыстарҙың береһе”, – тине был турала һөйләшеүҙе йомғаҡлап Андрей Назаров.