Билдәле булыуынса, ул ике йылға бер тапҡыр башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалау, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла.
Конкурстың бурыстары: халыҡсанлыҡты һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт фольклорының боронғо ҡатламдарын тергеҙеү, республиканан ситтә йәшәгән башҡорттар менән төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу. Һынауҙа ете йәштән алып 45 йәшкә тиклемге балалар һәм ололар, профессиональ йырсылар ҡатнаша ала. Сараның нисек үтәсәге хаҡында ентекле мәғлүмәт алырға теләгәндәр 8 (34775) 2-30-90, 2-28-97 һәм 8 347 289 65 50 телефондарына шылтырата ала.
7-16 йәштәге балалар өсөн 10 августа онлайн-тур үткәрелә, үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡатнашыусыларға - 10-11 августа. Беренсе турҙы үткәндәр 21 августа көс һынаша. Гала-концерт һәм бәйгелә еңеүселәрҙе бүләкләү 22 августа Сибайҙың Үҙәк майҙанында була. Был көндә шулай уҡ таусылар ҡалаһы үҙенең күркәм юбилейын да билдәләй.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар һәм сығыш яһаусыларҙың видеояҙмалар 5 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.