Яңыраҡ Ҡала мәҙәниәт һарайы янында асылған фонтан ошо тирәлә йәшәгән кешеләрҙең асыуына тейә. Дөрөҫөрәге, фонтан үҙе түгел, ә уның янына көн дә йыйылған “ҡырағайҙар өйөрө”.
"Әйтерһең, ҡала уртаһына пляжға киләләр, яланғастар, бөтәһе лә фонтанға тығыла, - ти зарланыусылар. - Бик йәмһеҙ күренеш. Әллә эҫелек баштарына һуҡты, әллә тәрбиәһеҙлектән..."
Ҡала хакимиәте фонтанда һыу инеүҙе тыйҙы, эш бит пандемияла ғына түгел. “Горзеленхоз” бүлеге начальнигы Максим Щербаков әйтеүенсә, тәрәнлеге бер метр ярымдан артҡан урында балаларҙың батыуы ихтимал, йыш ҡына уларҙы тартып сығарырға тура килә. Өҫтәүенә фонтан һауыттарында осло металл предметтар бар, йәрәхәтләнеү хәүефе көслө. Бында техник һыу файҙаланыла, уны айына ике тапҡыр алыштыралар. Микроорганизмдар үрсеү өсөн бик уңайлы урын, кескәйҙәрҙең эсәк таяҡсаһын йәки тире сирен эләктереүе ихтимал.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, фонтан - ҡатмарлы конструкция, ҡайһы бер элементтары аша ток үтә. Был да хәүефле. Шымартылған таш, гранит һәм мәрмәр бик шыма, тайып йығылыу ихтималлығы һәр саҡ бар. Имгәнеү өсөн бер секунд та етә, ти белгестәр.