Новости
15 Июль 2020, 06:06

Вирустың үҙ тормошо...

Үткән тәүлектә Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 47 кешегә артып, бөтәһе 6014-кә етте. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова сираттағы брифингта белдерҙе.

Тәүлек эсендә 161 кеше һауыҡҡан, 310 пациент стационарҙа дауалана, 25-е ауыр хәлдә. Бөтәһе 4 170 ауырыу сирҙе еңгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20 кеше һәләк булған.
Республика кешеләрен бөгөнгө селләнең коронавирусҡа нисек йоғонто яһауы ҡыҙыҡһындыра. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы урынбаҫары Марина Скотарева әйтеүенсә, мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, вирус ультрафиолет нурҙарына бик һиҙгер, шуға күрә уның әүҙемлеге кәмеүенә ышаныс бар. ”Беҙ шулай тип уйлайбыҙ ҙа ул, тик вирус үҙ тормошо менән йәшәй, әлегә һаман да яңынан–яңы сирлеләрҙе теркәйбеҙ,” - тине ул. Ведомство вәкиле әйтеүенсә, пляждарҙа социаль ара тураһында оноторға ярамай. Һыу ингәндә вирустың йоғоу ихтималлығы раҫланмаған, төп таралыу ысулы - һауа, тын юлдары аша.
Ауырыуҙар һаны буйынса Өфө тәүге урынды биләй (2144), икенсе урында – Нефтекама (479), өсөнсө урында - Стәрлетамаҡ (276).
Валерий Шахов фотоһы.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас