Новости
14 Июль 2020, 08:20

Туризм тармағы шатландыра

Коронавирус пандемияһы башланыу менән тормошобоҙҙоң күп өлкәләре шуға бәйләнде лә китте. Шөкөр, тип әйтәйек, республикала хәлдәр сағыштырмаса ауыҙлыҡланды. Тик һаман инфекция йоғонтоһонан ҡотола алмайбыҙ. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләр ҙә коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙе тикшереү менән башлана.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, сирләүселәр һаны алты меңгә етеп килә. Дүшәмбе иртәһенә ҡарата 5967 сирле асыҡланған, йәғни һуңғы тәүлектә 46 кешегә артҡан.

Әле дауаханаларҙа 355 сирле иҫәпләнә. 33 кешенең хәле ауыр, алтауһы ИВЛ аппараты ярҙамына мохтаж. 1500 кеше өйҙә дауалана, дүрт мең самаһы һауыҡҡан. Үлгән кешеләр һаны үҙгәрешһеҙ – 19. Ковид-госпиталдәр 30 процентҡа тулған.

– Күренеүенсә, әле һаман кәмеү юҡ. Әлегә юғары әҙерлек режимын йомшартыу өсөн нигеҙ бар, тип әйтеп булмай. Был балалар лагерҙарына ла ҡағыла, ниндәйҙер эшмәкәрлектәрҙе асыу тураһында ла һүҙ юҡ. Өлкәндәр өсөн үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын ғәмәлдән сығарыу ҙа әлегә булмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе, көндәрҙең эҫе тороуына ҡарамаҫтан, битлек режимын һәм социаль дистанцияны һаҡларға саҡырҙы.

Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ

Күңелһеҙ һандар ишетеп, бер аҙ кәйеф ҡырылды. Үткән аҙнала республикала 40 кеше һыуға батып үлгән. Ҡот осҡос һандар: ни бары ете көн эсендә һап-һау, йәш 40 кешенең ғүмере өҙөлһөн әле. Иң үкенеслеһе – араларында биш бала ла бар. Бында инде ата-әсәнең ҡарап еткермәүе ғәйепле.

Күңелһеҙ статистика тураһында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.

– Һыуҙа батып үлеүҙәрҙең төп сәбәбе – ҡулайлаштырылмаған ҡырағай урындарҙа һыу инеү һәм иҫерек килеш һыуға төшөү. Балаларҙың иһә ата-әсәләрҙең ҡарап еткермәүе арҡаһында ғүмере өҙөлә. Был аҙнала батып үлгән 35 өлкән кешенең 27-һе иҫерек булған. Район хакимиәте башлыҡтары был проблемаға иғтибар итһен, рейдтар үткәрһен ине. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең яҡтан даими рейдтар уҙғарып торабыҙ. Үткән аҙнала ғына ҡотҡарыусылар ярҙамында 88 кешенең ғүмере аяп ҡалынды. Быйыл көндәрҙең эҫе тороуы һәм кешеләрҙең сит илдәргә сыға алмауы арҡаһында, һыу буйында ял итеүселәр һаны өс тапҡырға артты. Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ! – тине Фәрит Ғүмәров.

Шулай уҡ, дәүләт комитеты рәйесе белдереүенсә, үткән аҙнала республикала 206 янғын осрағы теркәлгән һәм уларҙа бер кеше һәләк булған. Янғында үлгәндәр һаны былтырғы менән сағыштырғанда 19 процентҡа кәмегән.

Республиканың юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев аварияларға бәйле хәлде һөйләне.

– Үткән аҙнала республика юлдарында 87 авария булып, уларҙа 107 кеше йәрәхәтләнгән, 15 кеше һәләк булған. Был аҙнала шулай уҡ иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар үткәрелде, барлығы рулдә ултырған 778 иҫерек кеше асыҡланды. Был эш дауам итәсәк, – тине ул.

Радий Хәбиров ике йүнәлеште лә даими иғтибар үҙәгендә тоторға һәм мөмкин булғанса күберәк кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡалырға ҡушты.

Башҡортостанда ял итеүгә етәме?!

Кемдәр Башҡортостандың матур урындары буйлап ял итергә йыйына, беләлер, әлеге ваҡытта республикала Туристик бум күҙәтелә. Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдереүенсә, быйылғы йәйҙә туристар һаны ике-өс тапҡырға артҡан.

– Әле туризм өлкәһендә ҙур үҫеш күҙәтелә. Ошо көндәрҙә ҡунаҡхана һәм туристик базаларҙа урын табыуы мөмкин түгел, 31 авгусҡа тиклем һатылып бөткән тиерлек. Сентябрь айында ла үҫеш булыр тип көтәбеҙ, – тине Салауат Нафиҡов. – Беҙҙең төп бурыс – был трендты көҙ һәм ҡыш дауамында ла һаҡларға һәм, иң мөһиме, республикабыҙҙа ял иткән кешегә барыһы ла оҡшап, уның кире килеү теләген тыуҙырырға кәрәк.

Комитет рәйесе белдереүенсә, Башҡортостанда туризмды алға ебәреү өсөн күп тармаҡтарҙы үҫтереү кәрәк. Бында юл селтәре, транспорт хеҙмәттәре, юл буйы сервисы, ҙур һыу ятҡылыҡтары (шул иҫәптән яһалмалары ла), ҡунаҡханалар селтәрен үҫтереү, сифатлы туҡланыу, мәҙәни саралар һәм музейҙар, шифахана-курорт ойошмалары ла инә.

Әлбиттә, был йәһәттән республиканың пландары ҙур. Мәҫәлән, әле туристик-рекреация тибындағы “Урал” махсус иҡтисади биләмәһен булдырыу буйынса эш башланған. Унда өс район – Әбйәлил, Бөрйән һәм Белорет инәсәк. Планды тормошҡа ашырыу буйынса эштәр бик күп, барыһы ла яҡшы булһа, ул 2023 йылдың икенсе яртыһында барлыҡҡа килергә тейеш.

Өфөнө лә туристик яҡтан үҫтереү буйынса пландар ҙур. Мәҫәлән, 1 августан ҡала буйлап ике ҡатлы экскурсия автобусы йөрөй башлаясаҡ. Шулай уҡ 1 августан Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ҡала буйлап йәйәүле экскурсиялар башланасаҡ. Экскурсияларҙы профессиональ гидтар үткәрәсәк, программа Өфөлә йәшәгәндәр һәм уның ҡунаҡтары өсөн бушлай буласаҡ.

– Беҙҙә һәр бер ҡалала ҡыҙыҡлы туристик объекттар бар. Уларҙа билдәләр ҡуйыу ғына түгел, ә ҡалалар буйлап экскурсия маршруттары ла ойошторорға кәрәк. Был эштәрҙе быйыл башҡарырға кәрәк, сөнки киләһе йылда беҙ Фольклориаданы ҡабул итәсәкбеҙ һәм күп ҡунаҡтар ҡалаларға барасаҡ. Бөтә маршруттарҙы, урындағы гид һәм экскурсия ойоштороусыларҙы әҙерләргә кәрәк. Өфөлә был эш башланды, – тине Салауат Нафиҡов.

Бынан тыш, комитет Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамы менән Башҡортостанда маркировкаланған туристик маршруттар селтәре булдырыу эшен тормошҡа ашырасаҡ. Йәйәүле һуҡмаҡтар буйынса маркировкалау 300 километр тирәһе юлды биләйәсәк. Бының өсөн республикала “Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмаҡтары” тигән проект тормошҡа ашырыла. Бөгөн Белорет – Ирәмәл участкаһында 100 километр һуҡмаҡ маркировкаланған. Быйыл 130 километрға тиң Яҡтыкүл – Абҙаҡ – Ар ташы – Ҡыраҡа – Кирәл тауы (Еләктау) маршруты һалынасаҡ.

– Был проект төрлө әҙерлек кимәле кешеләре өсөн тау маршруттарын хәүефһеҙ үтеү мөмкинлеге бирәсәк, – тине комитет рәйесе.

Кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер мәсьәлә – кешеләр күпләп йөрөгән туристик объекттарҙа булыу өсөн туристик йыйым ала башлау мөмкинлеге.

– Тәбиғәт объекттарына көсөргәнеш арта, шуға бындай йыйым кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Был сара туристар ағымын контролдә тоторға, ял итеүселәр өсөн инфраструктураны яҡшыртырға һәм, иң мөһиме, цивилизациялы ял ойоштороу мөмкинлеге бирәсәк. Был аҡсаның күләме ҙур булмаясаҡ, кешеләр сервис, йылғанан ағып төшөү, мәмерйәләрҙә, парктарҙа булыу өсөн аҡса түләргә әҙер. Алынған аҡса был урында яҡшыраҡ шарттар булдырыу һәм объекттарҙы тәртиптә тотоу өсөн тотоноласаҡ, – тине Салауат Нафиҡов.

Радий Хәбиров был мәсьәләне өйрәнергә, башҡа төбәктәр тәжрибәһен ҡарарға ҡушты. Был йыйым индерелгән хәлдә аҡса экологияны һаҡлау, инфраструктураны үҫтереү, ҡайһы бер урындарҙа спутник элемтәһе һәм медицина пункттары булдырыу өсөн файҙаланылырға тейеш тигән фекерҙә Радий Фәрит улы.

Тыуым артыр, китеүселәр кәмер

Оператив кәңәшмә барышында “Демография” милли проектының тормошҡа ашырылыуы тикшерелде. Доклад менән вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны.

Вице-премьер тәү сиратта тыуым күрһәткестәре тураһында белдерҙе.
– 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала 40 мең самаһы бала тыуыуы көтөлә, был уртаса күрһәткестәргә тиң. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында 20278 бала тыуған, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 613 сабыйға әҙерәк. Әйткәндәй, былтырғы күрһәткескә тиклем, алдағы йылдарҙа тыуым күпкә кәмерәк булған, мәҫәлән, 2018 йыл менән сағыштырғанда 2459 сабый әҙерәк тыуған. Тыуым кәмеүе күрһәткесе дүрт тапҡырға юғарыраҡ ине. Тик беҙ ул саҡта был кире күренеште туҡтата алдыҡ. Май-июндә тыуымдың артыуы күҙәтелә, – тине министр.

Яҡшы яңылыҡ та бар: ғаиләлә өсөнсө балалар тыуыу осраҡтары артҡан. “Ағымдағы йылдың тәүге дүрт айында былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда өсөнсө балалар ике процентҡа күберәк тыуған. Әйткәндәй, ғаиләләрҙә дүртенсе һәм бишенсе балаларҙың тыуыуы артыуы ла күҙәтелә”, – тине Ленара Иванова.

Вице-премьер тағы бер күрһәткескә туҡталды: республикала 2019 йылда миграция кимәле кәмегән. Ә иң ҡыуаныслыһы – йәштәрҙең күпләп китеүе бер ни тиклем туҡтатылған. Был белем алыу миграцияһын көйләүгә лә бәйле.

– Мәғлүмәттәр буйынса миграция кәмеүе былтыр 37,8 процентҡа аҙайған. Республиканың Мәғариф министрлығы мәктәпте һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлағандар менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса махсус саралар планы эшләне. Уның маҡсаты – йәштәргә республикала үҫешеп булыу мөмкинлектәрен күрһәтеү, – тине Ленара Иванова.

Шул уҡ ваҡытта республиканан ситтә белем алған студенттарҙың 20 проценты уҡыуын тамамлағас, кире Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡан. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа күберәк. Уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса ла күрһәткестәр яҡшы.

– Республикала эшләгән милли диаспоралар менән хеҙмәттәшлек ойошторолдо, уға ярашлы БДБ илдәрендә мәктәптәрҙе тамамлаған уҡыусыларҙы республика уҡыу йорттарына уҡырға саҡырабыҙ. Быйылғы уҡыу йылында был илдәрҙән килгән студенттар 14,2 процентҡа күберәк булды. Сит ил граждандары үҫеше 12,5 процент тәшкил итте, – тине вице-премьер.
Радий Хәбиров был күрһәткестәрҙән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.

– Беҙҙе бының өсөн һәр саҡ әрләйҙәр, һәм беҙ ҙә ҡайғыра инек. 40 процентҡа яҡын – тимәк, дүрт мең самаһы кеше китмәй ҡалған. Был бик яҡшы, тик артабан эшләйһе урындар ҙа бар, – тине ул.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас