Эҫе көндә Ағиҙел йылғаһы буйына ғаилә ял итергә төшә. Урын Йәнегет ауылынан йыраҡ булмай. Бер мәл ата-әсә ете йәшлек улдарының бер ҡайҙа ла күренмәүенә иғтибар итә һәм яр буйлап эҙләргә тотона. Малайҙы үҙҙәре генә таба алмаясағын аңлағас, улар ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайҙың йәнһеҙ кәүҙәһен һыуҙан алып сығалар.