Сәйетбаба ауылында ул Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ йорто филиалы – урындағы тарихи-мәҙәни үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты. “Сәйетбаба” үҙәге ҡарамағында “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле, бейеү төркөмдәре, “Аҡбейек” драма театры, өлкәндәр өсөн клуб уңышлы эшләй. Балаҫ һуғыу, бәйләү һәм кейеҙ баҫыу, ағасты һырлап әйберҙәр яһау, ҡурай, думбыра, ҡумыҙ эшләү түңәрәктәренә халыҡ күпләп йөрөй. Әйткәндәй, ҡарамағына ошо үҙәк ингән ауыл мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектында еңеп, матди-техник базаһын нығытыуға 4,4 миллион һумлыҡ грант алған.
Аралашыу барышында урындағы халыҡ Радий Хәбировтан ауылда инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүҙә ярҙам һораны.
– Инфраструктура булдырыу мәсьәләһен муниципалитет башлығы менән тикшереп, тәғәйен ҡарарға килербеҙ, – тине республика Башлығы.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ ауыл табиплыҡ амбулаторияһын ҡарап сыҡты. Ул 3454 кешене хеҙмәтләндерә. Амбулатория ҡарамағында йәнә һигеҙ ФАП эшләй. Радий Хәбиров ҡорамалдарға, дарыуҙарға ихтыяж менән ҡыҙыҡһынды. Табиптар әйтеүенсә, учреждениела барыһы ла етерлек, тик бинаға ремонт кәрәк. Төбәк етәксеһе объектҡа капиталь ремонтты планлаштырырға ҡушты.
– Бюджет сығымдарын ҡыҫҡартыуға ҡарамаҫтан, беҙ табиптар һәм ауыл ерендә эшләгән тренерҙар өсөн дәртләндереү түләүҙәренең бөтәһен дә һаҡлап ҡалдыҡ, – тине ул.
Имәндәш ауылында республика Башлығы Еҙем йылғаһы аша һалынған йәйәүлеләр күперен ҡараны. Имәндәште Ташаҫты ауылы менән бәйләгән берҙән-бер күпер авария хәлендә. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов әйтеүенсә, быйыл яҙ “Башкиргражданпроект” белгестәре ҡоролманы тикшергәндән һуң, реконструкция үткәреүҙе маҡсатҡа ярашлы тип тапмаған. Радий Фәрит улы мәсьәләне хәл итеү юлдарын ҡарарға ҡушты.
Фәнзил Сыңғыҙов, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған грант ярҙамында тиҙҙән Еҙем буйында, Уҡлығая итәгендә “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итте. Муниципалитет грантҡа тағы ла бер нисә проект әҙерләй.
Родина ауылында Башҡортостан Башлығы “Восход-СТ” ҡошсолоҡ фабрикаһының етештереү майҙансығында булды. Предприятиела ферманы яңыртыу проекты тормошҡа ашырыла. Фабрика етәксеһе Рөстәм Бакиров артабанғы үҫеш мөмкинлектәре, предприятиелағы ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләне. Радий Хәбиров уны “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Красноусол балалар шифаханаһында ла булды. Коронавирус арҡаһында 6 апрелдән шифахана эшен туҡтатып торған, ә 1 июлдән балаларҙы йәнә ҡабул итә башлаған. Учреждение директоры Әмирйән Сәфәрғолов әйтеүенсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм “Роспотребнадзор” күрһәтмәләренә ярашлы, ҡунаҡтарҙы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп урынлаштыралар. 6 июлгә ҡарата бында 200 кеше ял итә.
Район үҙәгендә республика Башлығы Светлана һәм Николай Фоминыхтарҙың ғаилә предприятиеһында булды. Эшҡыуарҙар икмәк, кондитер ризыҡтары бешерә. Икмәкхана ҡарамағында “Тирмән” магазиндар селтәре асылған. Унда предприятие, шулай уҡ райондағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары продукцияһы һатыла. Бында 150-нән ашыу эш урыны булдырылған. Фоминыхтарҙың предприятиеһы шулай уҡ мәктәптәрҙе лә ризыҡтар менән тәьмин итә.
– Үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән тәьминәтселәр менән килешеүҙе оҙайтырға мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Был район өсөн дә, эшҡыуарҙар өсөн дә отошло.
“Башлыҡ сәғәте”ндә Радий Хәбиров һәм Фәнзил Сыңғыҙов муниципалитетты үҫтереү, район әһәмиәтендәге юлдарҙы төҙөкләндереү, социаль объекттар төҙөү, эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Төбәк Башлығы көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
– Ғафури районына күптән килеү теләге бар ине. Һеҙҙә ҡыҙыҡлы проекттар байтаҡ. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа һис шикһеҙ ярҙам итербеҙ, – тине республика Башлығы. – Беренсенән, юл мәсьәләһендә булышлыҡ күрһәтербеҙ. Икенсенән, “Восход” ауыл хужалығы предприятиеһының инвестиция проектына ярҙам булыр. Сәйетбаба ауылындағы табиплыҡ амбулаторияһын мотлаҡ төҙөкләндерербеҙ. Балалар шифаханаһына килгәндә, уға айырым кәңәшмәне арнарбыҙ. Был учреждение ҙур танылыу яулаған, уны үҫтереүгә аҡса һәм көс һалырға кәрәк. Район киләсәктә лә уңышлы үҫер, тип ышанам.