- Эш шунда: Өфөлә йәмәғәт транспортында бик тынсыу, кеше күп, тын алырға кислород етешмәй, ә кондукторҙың да, водителдең дә тәүге ярҙам күрһәтерлек белеме юҡ. Бер ҡатын иҫен юғалтып йығылғанда, уға тәүге ярҙам күрһәтә алған кеше булманы. Ярай әле, граждандар араһында тәүге ярҙамдың саф һауа икәнлеген белеүселәр бар. Минең мөрәжәғәтемде ҡарап, уға яуап биреүегеҙҙе үтенәм, алдан һеҙгә рәхмәт белдерәм! - тигән Свердлов өлкәһендә йәшәгән ир.