Новости
9 Июль 2020, 09:20

Рәхим итегеҙ: сырлы помидор

Киске табынға ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Ошондай еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!

Ике-өс помидор, 100 грамм ҡаты сыр, ике аш ҡалағы майонез, бер-ике тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, ҡара борос, салат япрағы, йәшеллек алабыҙ.
Тәүҙә помидорҙарҙы һәйбәтләп йыуабыҙ, үҙәген алабыҙ. Шунан сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Уға майонез, тоҙ, ҡара борос, ваҡланған һарымһаҡ ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ.
Артабан помидорҙарҙы урталай киҫәбеҙ ҙә, эстәренә сыр ҡатнашмаһы һалабыҙ, йәшеллек һибәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Tasteofhome.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас