Новости
9 Июль 2020, 09:19

Үлтерелгән эшҡыуар Башҡортостандан булған

Юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре ерҙә ятҡан ирҙе күргән. Баҡтиһәң...

Ирҙе ыҙалатып үлтергәндәр. Был хаҡта уның тәнендәге эҙҙәр һөйләй. Мәйет йөҙтүбән ята ине. Түшенең һул өлөшөнә атҡандар. Һул ҡулы бығауланған, ә уңы буш ине. Енәйәт урынында ике гильза табылды”, – тип хәбәр иткән “Комсомольская правда – Москва” баҫмаһы, үҙ мәғлүмәт сығанағына таянып.
Мәскәү өлкәһендә ғүмере өҙөлгән был ир Башҡортостандан булып сыҡҡан. Быға – уның менән бергә табылған бихисап документтары дәлил. 42 йәшлек Алексей В. йәшәү урыны буйынса республикабыҙҙа теркәлгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең үлемгә дусар ителеү сәбәптәренең бер нисә версияһын еткергән. Уларҙың береһе - яҡташыбыҙҙың такси тармағындағы эшҡыуарлығы.
Фото: “ГорОбзор”.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас