Новости
9 Июль 2020, 09:23

Бындай дауыл булыр тип кем уйлаған...

Республиканың көеьяҡ-көнсығыш райондарында быйыл ҡоролоҡ. Яҙҙан ямғыр күрмәгән ер ҡара янып ята, шуға күрә лә халыҡ ямғырҙы түҙемһеҙлек менән көтә ине. Тик ул үҙе менән бергә бәлә лә алып килә.

Мәҫәлән, Йылайыр, Әбйәлил районындарында дауыл ағастарҙы йыға, йорт-ихаталарҙың ҡыйыҡтарын аҡтара, кәртә-ҡураларҙы емерә, автомобилдәргә ағас ҡолай. Фотоларҙа Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы ғәрәсәттән һуң күренештәр.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас