Быйылғы йыл башында, “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы нигеҙендә Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге үҙ эшен башлаған. Хәҙер Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары һәм Межгорье ҡалаһы халҡына үҙәктә юғары квалификациялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Медицина үҙәгендә йылына 600 диагностика һәм дауалау процедуралары үткәреү ҡаралған.
Ә февраль айында бында тәүге тапҡыр пациенттың йөрәгенә электр кардиостимуляторы ҡуйыу буйынса операция эшләнгән. Быға тиклем яһалма стимуляторҙар урынлаштырыу буйынса бындай әмәлиәттәр Өфөлә генә башҡарыла ине. Йыл башында ҡулланыла башлаған коронароангиограф аппараты ярҙамында йөрәк тамырҙарына операциялар яһала.
Киләсәктә Белорет табиптары баш мейеһенә операцияларҙы ла урында яһау мөмкинлеген күҙаллай. Былар барыһы ла инфаркт, тромбоз кеүек сирҙәр ваҡытында ауырыуҙарға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярҙам итергә, тимәк, күберәк кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Үткән йыл аҙағында Белорет дауаханаһы 290 миллион һумдан ашыу суммаға тиң заманса ҡорамал алыуға өлгәшкән. Улар араһында магнит-резонанс томографы ла бар. Бығаса дауаханала әлеге аппарат булмау сәбәпле, пациенттарҙы МРТ тикшереүе үтеү өсөн Өфөгә ебәрергә мәжбүр булғандар. Шулай уҡ ангиографҡа эйә булыу ҡан тамырҙарын ентекле тикшереүгә юл асҡан.
Был ҡорамал тамырҙарҙағы проблемалы урындарҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, ҡан әйләнешенә ҡатмарлыҡ тыуҙырған төйөрҙәрҙе бөтөрөү буйынса операциялар яһарға мөмкинлек бирә.
Быларҙан тыш, өс ультратауыш тикшереүе аппараты, биш балалар стоматология ҡорамалы, стационарға урынлаштырылған күп функциялы карауаттар, электр ярҙамында хәрәкәткә килтерелгән операция өҫтәлдәре – барыһы ла табиптарға дауалау эшмәкәрлеген киңерәк даирәлә башҡарыуға мөмкинлек биреү менән бер рәттән, халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыраҡ хәстәрләү, сифатлыраҡ медицина ярҙамы күрһәтеү тигән һүҙ ул.
Район дауаханаһы “КамАЗ” автомобиленә урынлаштырылған флюорограф, юл насар төбәктәрҙе хеҙмәтләндереүгә ҡулайлаштырылған “Ашығыс ярҙам” машинаһы, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған реанимобиль менән тулыландырылған.
Ә былтырғы йылдың ноябрендә алынған “Тәгәрмәсле ФАП” иң алыҫ ауылдарға барып, халыҡты хеҙмәтләндерергә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, районда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары алыу иҫәбенә ауыл ерендәге иҫкергән, авария хәлендәге медицина учреждениеларын яңыртыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Былтыр Йөйәк ауылы халҡы яңы ФАП-лы булған, Ломовка ауылында амбулатория төҙөлөшө тамамланған.