Новости
8 Июль 2020, 10:58

Типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙе лә һыу аямай

Көндәр эҫе тора, кешеләр һыу инергә йылға, күл буйҙарына, пляждарға ашыға. Тик уларҙың ҡайһы берҙәренә өйҙәренә әйләнеп ҡайтыу бәхете эләкмәй, сөнки эскелек, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында типһә тимер өҙөрҙәй егеттәр һәләк була.

Бер көндә генә, 4 июлдә, дүрт кешенең һыуҙа батып үлеүе шаҡ ҡатырлыҡ фажиғә бит. Өйҙә араҡы эсеп, батырланып алған йәштәр Өфө районының Дмитриевка ауылы эргәһендәге күлдә ҡойоноп сыҡҡас, 28 йәшлек дуҫтарының юҡлығын абайлай. Үҙаллы эҙләү һөҙөмтәһеҙ булғас, ашығыс ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итәләр.
Икенсе фажиғә Ишембай районындағы Пионер күлендә теркәлә.33 йәшлек ир дуҫтары менән ял иткәндә спиртлы эсемлектәр менән мауыға. Һыуға сумғандан һуң, ул кире йөҙөп сыға алмай.
Ошо уҡ көндә ҡотҡарыусылар Ишембай ҡалаһы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһынан - һыуҙа эскән килеш батҡан 49 йәшлек ирҙең, Өфө янындағы Долгий күленән 24 йәшлек егеттең үле кәүҙәһен сығара.
Шул тиклем үкенесле, фажиғәле яҙмыштар! Ә сәбәбе һаман да шул эскелек, ғәмһеҙлек, тип иҫәпләйҙәр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Фото: Moyaokruga.ru.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас