Новости
8 Июль 2020, 10:54

Салыш аяҡлы малай кешесә йәшәйәсәк

Был салыш аяҡлы биш йәшлек малайҙың яҙмышын һәр баш ҡала кешеһе белә. Йәй көнө яғына резина итек кейгән, яңғыҙы саҡ-саҡ атлап йөрөгән малайҙы кешеләр күреп ҡала. Социаль селтәрҙәр аша уның хаҡында хәбәр тарала.

Диманың яҙмышы ҡырҡа үҙгәрер, моғайын. “Өфө” футбол клубы бағыусыһы, эшҡыуар Алексей Деркач уға ярҙам итергә булған. Ул иптәштәре менән малайҙы дауаларға, реабилитациялауға сығымдарҙы ҡапларға, уны бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә әҙер. Ғаиләнең матди хәле ауыр, әсә эшләмәй, фатирға күптән ремонт яһалмаған.
Малай үҙенең салыш аяҡлы булыуына күнеккән, физик кәмселегенә иғтибар итмәй. Ваҡытында операция эшләнмәгән, хәҙер кемде ғәйепләргә лә белеп булмай. Әсәнең тағы ла өс балаһы бар. Икәүһен - өләсәһе, төпсөгөн атаһы тәрбиәләй. Фатирҙары хосусилаштырылмаған. Малайҙың телмәрендә лә кәмселек бар. Ә үҙенең теле телгә йоҡмай.
Димаға яңы өлкән дуҫтары кейем-һалым, уйынсыҡтар алған, дауаханаға алып барған. Артабан да уға ярҙам итәсәктәр. Ул дауаханала ятҡан арала ирҙәр уларҙың фатирында ремонт яһарға, әсәгә эш табышырға йыйына. ”Бик асыҡ, изге күңелле малай, әсәһен ярата. Минеңсә, һәр баланың бала сағы матур булырға тейеш,” - ти ярҙамсыларҙың береһе Константин Сергеев.
Әсәгә федераль телеканалдан шылтыратып, 600 мең һум аҡса вәғәҙә итеп, элекке ире менән тапшырыуға саҡырғандар. Клавдия ғауғалы тапшырыуҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан.
Хәҙер Димаға анализдар тапшырырға кәрәк. Шунан һуң операция яһау ваҡыты билдәләнәсәк. Илизаров аппараты ҡуйылғандан һуң, балаға яҡшы тәрбиә кәрәк буласаҡ. Ошо шарттар үтәлгәндә Дима башҡа малайҙар кеүек йүгереп йөрөйәсәк.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас