Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Июль 2020, 08:18
Ҡурҡытып тотҡандар
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Октябрьский ҡалаһында халыҡты ҡурҡып йәшәргә мәжбүр иткән енәйәти төркөмдө тотҡанды төшөргән видеояҙманы тәҡдим иткән. Ведомство хәбәр итеүенсә, былтырғы йылдың ноябренән алып бандиттарҙың баш-баштаҡлығынан бер нисә эшҡыуар зыян күргән.
Улар эшҡыуарҙарҙан даими рәүештә килемдәренең 50 проценты күләмендә яһаҡ түләп тороуҙы талап иткәндәр. Бының менән риза булмағандарға ҡарата көс ҡулланғандар, мөлкәттәрен яндырғандар.
Хәҙер асыҡланыуынса, 90-сы йылдарҙағы кеүек эшмәкәрлек йәйелдергән банданы Украинанан килгән 27 йәшлек егет етәкләгән. Әйтеүҙәренсә, ул шул хәлдәрҙән алда ғына иреккә сыҡҡан була.
Фото:sobkor02.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ur-itip-tot-andar-354290/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"