Новости
7 Июль 2020, 07:44

Мөхәббәт нигеҙе - ғаилә, ғаилә бәхете - балалар!

Татыу, ишле ғаиләләр менән осрашҡандан һуң тик ыңғай һәм йылы тәьҫораттар ҡала. Парлы ғүмер итеүҙән йәм табып, бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр улар. Ибраҡай ауылында ғүмер итеүсе ишле ғаилә - Илзидә һәм Илшат Насировтарҙың ҡапҡаһы аша атлап үтеү менән ниндәйҙер айырыуса йылы мөхиткә барып эләгәһең. Сәскәләргә һәм йәшелеккә күмелгән иркен йорт алды, балаларҙың шат ауаздары, шаярып-көлөүҙәре яңғырай - был өйҙә егәрле һәм тырыш хужалар йәшәүе күренеп тора. Өй эсендә лә бик уңайлы, һәр ерҙә тәртип, аш бүлмәһенә үтеп, хужабикә менән бәхетле йәшәү серҙәре тураһында һөйләштек.

Уларҙың ғаиләһенә 2006 йылда нигеҙ һалына. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеген үҙләштергән Илзидә Зиннур ҡыҙы үҙенең тыуған районында эш булмағанлыҡтан, апаһының тәҡдиме буйынса Күндерәк мәктәбенә ваҡытлыса эшкә урынлаша. Әлеге ваҡытта ул Стәрлебаш район биләмә-ара китапханаһының балалар бүлегендә эшләй. Илшат та педагогия институтын тамамлағас тап ошо мәктәпкә эшкә килә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса йәштәр ошонда таныша, бер-береһен яратыша һәм бер йылдан өйләнешергә ҡарар итә. Шулай итеп, Миәкә районы ҡыҙы Стәрлебаш ерендә үҙ бәхетен таба.
Мәктәптә коллектив дуҫ һәм берҙәм була, әммә белем биреү өлкәһендә үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында улар эшһеҙ ҡала. Оҙаҡ уйлап тормайынса улар иренең тыуған ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итәләр. Ҡайҙа тыуған - шунда кәрәккән, тиҙәр бит. Илшатҡа ла эш табыла, ул район үҙәгендә Пенсия фонды идаралығында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә. Ә Илзидә декрет ялында балалар тәрбиәләй. Тәүҙә кеше өйөндә йәшәйҙәр, әммә барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йәштәр өй һалып сығалар, йорттағы хужалыҡтарын да нығыталар. Был йәһәттән ике яҡлап та ата-әсәләре ҙур ярҙам күрһәтә. Улар ярҙам итмәһә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өй һалып сыға алмаҫ инек, ти Илзидә һәм уларға бик рәхмәтлеләр. Балалары ла бик шат, сөнки уларҙың хәҙер һәр ҡайһыһының үҙ бүлмәһе бар, улар унда йоҡлай, рәхәтләнеп уйнай һәм буш ваҡыттарын үткәрә.
Әйткәндәй, балаларына килгәндә, өлкән улдары Тимурға 10 йәш, ул спорт менән мауыға, йөҙөү буйынса ярыштарҙа ҡатнаша һәм, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, призлы урындар ҙа яулап өлгөргән. Һигеҙ йәшлек Айнур Стәрлебаш ауылында Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә шөғөлләнә, матур итеп һүрәттәр төшөрөргә өйрәнә. Ә дүрт йәшлек Морат әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Үҫеп килеүсе малайҙар әле үк ата-әсәһенең терәге һәм оло ярҙамсылары.
- Илзидә, Һеҙ һәр ваҡыт күп балалы булырға хыялландығыҙмы? Һеҙ үҙегеҙ ниндәй ғаиләнән?
- Мин һәр ваҡыт ҙур һәм татыу ғаилә тураһында хыялландым. Һәм бына минең хыялым тормошҡа ашты. Мин үҙем күп балалы ғаиләлә үҫтем. Беҙ дүртәү инек. Минең әсәйем Зәлиә Өмәтҡол ҡыҙы уҡытыусы, ә атайым Зиннур Авзал улы ғүмер буйына колхозда шофер булып эшләне. Беҙ халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп, ата-әсәйебеҙҙең хәстәрен, сикһеҙ һөйөүен татып, берҙәм булып бик тә йылы, татыу мөхиттә, ығы-зығыһыҙ, наҙға сорналып үҫтек. Улар беҙҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп, өлкәндәрҙе ихтирам итергә өйрәтте. Мин һәр ваҡыт балалар күберәк булған һайын яҡшыраҡ, тип уйлайым. Сөнки киләсәктә, донъя көткәндә улар бер-береһенә ярҙам итеп, терәк булып йәшәйәсәк. Әйткәндәй, тормош иптәшем Илшат минең ҙур терәк-таянысым, ул һәр ваҡыт йәнәшәмдә һәм һәр йәһәттән ярҙамлаша. Ул булдыҡлы ғаилә башлығы, изге йөрәкле, үрнәкле атай, яғымлы һәм хәстәрлекле ир. Уның белмәгән эше юҡ, ҡулдары алтын. Тормош юлымда шундай кешене осратҡаным өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Шундай аҡыллы, тәртипле ул тәрбиәләгәндәре өсөн ҡайным менән ҡәйнәмә лә ҙур рәхмәт, - ти Илзидә. Күп балалы әсәй минең менән һөйләшеп ултырғанда бер тапҡыр ҙа ваҡыт етмәүгә зарланманы. Балаларҙы ҡарау, уларға тейешле тәрбиә биреү уға шатлыҡ ҡына килтерә. Ошо ваҡытта беҙҙең әңгәмәгә ғаилә башлығы ҡушылды.
- Илшат, һеҙҙең ғаиләлә бала тәрбиәләү серҙәре бармы? Һеҙ талапсан атаймы? Илзидә һәйбәт әсәйме?
- Мин артыҡ талапсан түгел, балаларымды бик яратам. Бала тәрбиәләү серҙәре юҡтыр тип уйлайым. Беҙҙең ғаилә татыу һәм берҙәм. Бөтә эште лә бергәләп эшләргә тырышабыҙ. Мин ниндәйҙер эшкә тотонһам, малайҙар һәр ваҡыт минең эргәлә. Һәр кем ниндәйҙер эш менән мәшғүл булырға, ҡулынан килгәнде эшләргә тейеш, тип уйлайым. Улар әсәйҙәренең дә ярҙамсылары, бергәләп тәмле итеп бешерергә, өй эштәре менән булышырға яратабыҙ. Шулай итеп, беҙ уларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтәбеҙ. Малайҙар лего менән мауыға, ҡайһы саҡ бергәләп нимәлер төҙөйбөҙ. Минең йәмәғәтемә килгәндә, ул сабыр холоҡло ҡатын, хәстәрлекле, яҡшы әсәй, оҫта хужабикә, бөтә яҡлап та уңған, тырыш, егәрле, өйҙә таҙалыҡты ярата. Беҙ балаларыбыҙ өсөн дуҫ булырға, һәр ваҡыт уларҙы аңларға һәм ярҙам итергә тырышабыҙ.
Был ғаилә ысынлап та татыу, балалар наҙ һәм һөйөүгә сорналып үҫә. Атай менән әсәй бөтә булған буш ваҡыттарын балаларына бағышлай.
- Илшат, ә һеҙ нисек ял итәһегеҙ, буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
- Беҙ ғаиләбеҙ менән тәбиғәттә ял итергә яратабыҙ, пикниктарға сығабыҙ. Абхазияға диңгеҙгә барып ҡайттыҡ. Әммә үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәтенә етәме инде. Ул бик бай һәм һоҡланғыс. Республикабыҙҙың бик күп урындарында булдыҡ.
Бына шундай матур, һоҡланғыс ғаилә йәшәй беҙҙең районда. Үҙҙәренең уңғанлығы, тырышлығы менән маҡсаттарына ирешеп, донъя көтә улар. Насировтар өсөн иң мөһиме - ғаилә, балалар һәм өй усағы. «Балаларыбыҙ миһырбанлы, мәрхәмәтле, лайыҡлы кешеләр булып үҫһен һәм тормошта үҙ урындарын тапһын өсөн беҙ бөтә шарттар булдырырға тырышабыҙ. Ишле ғаилә - оло бәхет», - тип иҫәпләй Илзидә һәм Илшат Насировтар.
Венера ҒӘБИТОВА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас