Был хәл үткән йомала була. Ете йәш тирәһендәге ике баланың береһе велосипедта, икенсеһе йәйәү юл аша сығып барғанда, уларҙы автомобиль килеп төкөтә. Балалар икеһе ике яҡҡа оса. Велосипедта булғаны еңел йәрәхәттәр менән ҡотолһа, икенсеһе ауыр тән яралары менән дауаханаға оҙатыла.