Новости
7 Июль 2020, 08:16

Бер ай буйы үҙгәреш юҡ...

Тәүлек эсендә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны тағы 47 кешегә артҡан. Шулай итеп, уларҙың дөйөм һаны 5 638-гә етте.

Әле стационарҙа 412 пациент дауалана. Амбулатор шарттарҙа 1 817 ауырыуҙың дауаланғаны билдәле. Бына дүртенсе аҙна инде сир осраҡтары бер урында тирбәлә, вирус һаман да китергә уйламай. Бөтәһе пандемия осоронда 3 333 кеше һауыҡҡан, 19 ауырыу вафат булған, 420 меңдән ашыу кеше тест үткән.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандар 6 611-гә артҡан, 135 ауырыу һәләк булған, 3 579 пациент һауыҡҡан.
Фото:Radiokp.ru.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас