Мортаҙа ауылы осонда, бәләкәй генә йылға ярында сәскәләргә һәм емеш-еләк ағастарына күмелеп ултырған бер өй бар. Бында алмағас, сейә, виноград, балан һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтарҙың төрлө сорттары үҫә. Айырыуса ҡурай еләге бик күп. Өй хужабикәһе Зәйтүнә апай әйтеүенсә, улар йыл һайын шул тиклем мул уңыш бирә, уларҙы йыйырға туғандары килә, һәм барыһына ла етә, хатта артып та ҡала.
Вәлишә ағай ошо ауылда 1931 йылда тыуа. Урындағы башланғыс мәктәпте тамамлай. Артабан уҡыуын Стәрлебаш урта мәктәбендә дауам итә. Әммә бишенсе класты ғына уҡып өлгөрә, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән уға эшләй башларға тура килә. Атаһын фронтҡа алалар. Барлыҡ хужалыҡ мәшәҡәттәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм үҫмерҙәрҙең иңдәренә ята. Үҫмер генә килеш ат егеп бесән әҙерләгәндә, уңыш урып-йыйғанда уға ни бары 12 генә йәш була.
Вәлишаны 1951 йылдың 30 ноябрендә армияға алалар. 20 йәше тулған мыҡты кәүҙәле ауыл егетен төҙөлөш батальонына тәғәйенләйҙәр. Һалдат шинелен ул Семипалатинск хәрби часында кейә. Йәш хәрбиҙәр курсынан һәм присяга ҡабул иткәндән һуң уларҙы полигондың хәрби горнизонына ебәрәләр.
Урыны-урыны менән полигон ҡот осҡос алыш яланын хәтерләтә. Шартлауҙан һуң ерҙә тәрән соҡорҙар, төҙөлөш емереклектәре, янып бөткән һәм емерелгән техника ҡала. Сапер-һалдаттар майҙансыҡты таҙарталар һәм киләһе һынауға урын әҙерләй, инженерҙарға арматура ҡоролмалары урынлаштырырға ярҙам итә, бында кәрәкле төҙөлөш материалдары килтерә.
Күҙгә күренмәгән радиация тураһында һалдаттар бер нимә лә белмәй, әммә һәр нимәлә ниҙер һиҙелә. Бәләкәй генә тән яраһы ла оҙаҡ төҙәлмәй, ә яранан һүл һарҡып йөрөй, йыш ҡына һалдаттар аңын юғалта. Танауҙан ҡан ағыу йыш күренеш була.
- Бындай хәл минең менән дә булды һәм госпиталгә һалдылар, - тип һөйләүен дауам итте Вәлиша ағай. - Бер ниндәй дарыу яҙманылар, балыҡ майы ғына бирәләр. Еҫе арҡаһында күптәр уны эсә алмай ине. Мин үҙемде мәжбүр итеп тигәндәй эсә инем. Тик шул миңә нурланыш сире менән ауырымаҫҡа ярҙам иткәндер, моғайын. Ул ваҡытта үлем осраҡтары күп булды. Шундай ауыр саҡтарҙа мин Мәрзиә өләсәйем өйрәткән Ҡөрьән сүрәләрен иҫкә төшөрөп, ҡабатлап йөрөй инем. Хәҙер, байтаҡ ғүмер кисергәс, шул доғалар аша Аллаһ Тәғәлә генә мине һаҡлап ҡалғанын аңлайым.
Өс йыл хеҙмәт иткәс, Вәлиша тыуған яҡтарына ҡайтып, Стәрлетамаҡ ҡалаһына водитель булып эшкә урынлаша. Кисәге һалдат, зәңгәр күҙле йәш егет ҡалала зифа буйлы, көләс йөҙлө бер ҡыҙҙы оҡшата. Зәйтүнә етем була, бик иртә әсәйһеҙ ҡала. Оҙаҡ уйлап тормайынса, Вәлиша уға тәҡдим яһай, ә Зәйтүнә йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, күңеле менән уның ышаныслы, етди һәм Аллаһ Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән кеше булыуын аңлап, ризалаша. 1956 йылдың авгусында уларҙың ғаилә тормошо башлана. Йәштәр бер йылдан һуң ғына, 1957 йылдың мартында, ҡыҙға 18 йәше тулғас, никахтарын законлы теркәй. Биш йыл улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, һуңынан ғаилә башлығы торлаҡ төҙөү тураһында хәстәрлек күреп, төҙөлөш материалдары һатып ала. Тыуған Мортаҙа ауылында йылға эргәһендә ҙур өй һалып сығалар. Бик күп емеш ағастары ултырталар.
Байтаҡ йылдар Вәлиша Дәүләтша улы төрлө предприятиеларҙа водитель булып эшләй. Әйткәндәй, ул һәр ваҡыт техника менән дуҫ була, үҙебеҙҙең илдә етештерелгән автомашиналарға өҫтөнлөк бирә. Әле лә машинаны һәйбәт йөрөтә. Зәйтүнә апай иһә колхозда малсылыҡта эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ул «Атҡаҙанған колхозсы» исеменә лайыҡ була.
Татыу ғаиләлә улар ике ҡыҙ - Мәүсилә менән Рузиләне тәрбиәләп үҫтерә. Зәйтүнә апай әйтеүенсә, атайҙары уларҙы бик ныҡ ярата, эштән ҡайтҡан һайын уларҙың хәлдәрен, нимә эшләгәндәрен һораша, бер ваҡытта ла уларҙың үтенестәрен кире ҡаҡмай ине. Ҡыҙҙары ла атайҙарын ярата һәм һәр саҡ уны һөйөндөрөп торалар. Улар әле лә йыш шылтыраталар, тыуған йортҡа килеп, хужалыҡта ярҙамлашалар.
Эйе, наҙлап һәм һөйөп үҫтергән балалар ғына миһырбанлы, мәрхәмәтле булып үҫә. Улар уңышлы тормошҡа сығып, хәҙер үҙҙәре балалар үҫтерә. Мәүсилә ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә, ә Рузилә Күндерәк ауылында йәшәй. Ул байтаҡ йылдар машина менән һыйыр һауыу операторы булып эшләне һәм һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә булды. Тормош иптәше Мәрүән Бикҡолов менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, бөтәһенә лә юғары белем алырға ярҙамлашалар. Балалары кеүек үк, ейән-ейәнсәрҙәре лә Нәзировтарҙы уңыштары менән шатландыра, өләсәй - олатайҙары тураһында хәстәрлек күрә. Табип булып эшләгән Марат айырыуса инде. Әйткәндәй, Марат Мәрүән улы Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында бер нисә йыл хирург булып эшләне.
Вәлиша Дәүләтша улы хаҡлы ялға сығыу менән әүҙем тормош алып бара. Байтаҡ йылдар айырыуса хәүеф подразделениеһы ветерандарының район ойошмаһына етәкселек итә. Семипалатинск полигонында хеҙмәте өсөн бихисап миҙалдар һәм значоктар менән бүләкләнгән. Вәлиша ағай улар тураһында онотмауҙарына бик шат. Айырыуса хәүеф подразделениеһы ветераны булараҡ уға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат биргәндәр. Һәм хәҙер Вәлиша ағай Зәйтүнә апай менән ҡышын ҡалала йәшәйҙәр (унда фатир һатып алғандар), ә йәйгелеккә ауылға ҡайталар.
Хеҙмәт иткән йылдары тураһында хәтирәләр Вәлиша ағайға ауыр бирелә. Семипалатинск полигонында өс йыл хеҙмәт итеү уның сәләмәтлеген ҡаҡшата. Ул өсөнсө төркөм инвалиды, әммә тормошҡа, тыуған еренә һөйөү уға рухи яҡтан төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙам итә. Ул Ҡөрьән уҡырға өйрәнә, намаҙ уҡый. Йыш ҡына атай йортонда ике тиҫтәнән ашыу балалары, ейәндәре һәм бүләләре йыйыла. Тормош иптәше Зәйтүнә Закир ҡыҙы менән улар 64 йыл татыу ғүмер кисерә. Нәзировтар ғүмер буйына бер-береһен һөйөп, ҡәҙерләп, ихтирам итеп йәшәйҙәр. Быны улар башҡаларға ла теләй. Ошондай тормоштоң сере нимәлә?
- Ғаилә именлегенең сере бик ябай. Бер-беребеҙгә һәр ваҡыт юл ҡуйҙыҡ, бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәнек. Беҙ ауыр тормош кисерҙек, һәр әйберҙе үҙ көсөбөҙ менән таптыҡ, әммә барыһын да еңеп сыҡтыҡ һәм хәҙер бәхетле ҡартлыҡ кисерәбеҙ. Бының өсөн Аллаһ Тәғәләгә бик рәхмәтлебеҙ, - ти Зәйтүнә апай.