Новости
6 Июль 2020, 09:13

Ҡоймаҡлы табындың ҡото бар

Был тәмле генә ҡоймаҡтарҙы, йәғни панкейктарҙы әҙерләү өсөн 200 миллилитр һөт, ике аш ҡалағы шәкәр, өс йомортҡа, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ярты сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, 130 грамм он, бер пакет ванилин, тоҙ кәрәк.

Башта йомортҡаның ағын һарыһынан айырабыҙ. Һарыһына тоҙ һалабыҙ, шунан һөт ҡоябыҙ. Уға он, ҡамыр йомшартҡыс, ванилин өҫтәйбеҙ һәм һәйбәтләп бутайбыҙ. Ә йомортҡаның ағын шәкәр ҡушып туғыйбыҙ ҙа ҡатнашмаға ҡушабыҙ. Көнбағыш майы өҫтәп ҡоймаҡтарҙы талғын ғына утта бешерәбеҙ.
Әҙер ҡоймаҡтарҙы емеш-еләк менән биҙәйбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын, ял көндәрегеҙ файҙалы, матур үтһен!
Фото: Sodavsem.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас