Новости
6 Июль 2020, 06:22

Олатай күрмәй ҡалған...

Көндәр йылытып та өлгөрмәне, бәләкәй балаларҙың тәҙрәнән ҡолау осраҡтары яңырҙы. Сираттағы бәхетһеҙ осраҡ баш ҡалала, Сипайлово биҫтәһендә булды. Бер йәшлек ҡыҙыҡай Гагарин урамы 72-се йортта өсөнсө ҡатта урынлашҡан фатир тәҙрәһенән ҡолаған.

Билдәле булыуынса, ата-әсәһе эшкә киткәс, ике бәләкәй баланы олаталары менән ҡалдыра. Ниндәйҙер ваҡытта олатай кеше иғтибарын юғалтҡан күрәһең, бала ултырғыс ҡуйып, тәҙрә төбөнә менгән һәм москит селтәргә таянып, ҡолап төшкән.
Был ваҡытта урамда БашРТС хеҙмәткәрҙәре эшләп йөрөгән. Улар тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" саҡырған. Тик күршеләрҙең береһе табиптар килгәнен көтөп тормаҫҡа тәҡдим иткән һәм сабыйҙы ҡулына күтәреп, йорт янындағы Ашығыс ярҙам станцияһына йүгергән. Бала иҫән ҡалған һәм дауаханаға оҙатылған.
Сираттағы тапҡыр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Бәләкәй балалар өйҙә саҡта тәҙрәне асыҡ ҡалдырмағыҙ. Әгәр тәҙрә асыҡ икән, баланы бер үҙен бүлмәлә ҡалдырырға ярамай, хатта ҡыҫҡа ваҡытҡа ла. Сабыйға тәҙрә төбөнә менеп, ҡолар өсөн бер нисә секунд етә. Бәлә булмаһын өсөн, тәҙрәләрҙе йоҙаҡлау иң шәбе. Уны елләтеүгә ҡуйып, асҡыс менән йоҙаҡларға һәм асҡысын йәшерергә була. Балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Olatay-k-rm-y-al-an-352839/
Читайте нас