Новости
6 Июль 2020, 09:12

Балыҡ майының файҙаһы нимәлә?

Балыҡ майының файҙаһы һанап бөткөһөҙ: ҡан баҫымын төшөрә, тән тиреһенең дымлылығына булышлыҡ итә, псориазды дауалауҙа ҡулланыла, йөрәк ауырыуҙарын, артритты, хатта яман шеште профилактикалауҙа ярҙам итә, организмдағы елһенеү процестарын кәметә.

Бынан тыш, балыҡ майы ябығырға ла булыша, мускулдарҙы үҫтереүе лә билдәле. СССР ваҡытында ул кескәй балаларҙың туҡланыу рационында мотлаҡ ҡушымта һаналған. Хәҙер уны желатинлы капсула эсендә тәҡдим итәләр, йәғни ҡулланыу өсөн бик уңайлы, үҙенә генә хас еҫе лә артыҡ тойолмай.

Составына килгәндә, унда А һәм Д витамины, йод, бром, фосфор, валериан кислотаһы бар. Химик составы омега-3 һәм омега-6 кислоталарынан тора. Файҙаһы булһын өсөн, балыҡ майын нисек ҡулланырға һуң? Америка табиптары уны көнөнә 0,5-2 грамм ҡулланырға кәңәш итә. Уртаса алғанда иһә, оптималь күләме - көнөнә, ризыҡ менән бергә, бер-ике грамм.

Фото:Kotsobaka.com
Автор: Самат Ғәлин.
Читайте нас