БУҒА
Аҙна бер аҙ ҡаршылыҡлы булмаҡсы. Был арала кеше һүҙенә ышанып бармағыҙ. Иң уңышлы көн – кесаҙна, уңайлы мәлдән файҙаланып ҡалығыҙ. Аҡсағыҙҙы самалап тотоноғоҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Ниндәйҙер мөһим эштең осона сығырһығыҙ. Шишәмбеләге һөйләшеүҙән күңелегеҙ күтәрелер. Кесаҙнала һаҡ булығыҙ, хата ебәреүегеҙ бар.
ҠЫҪАЛА
Уңышлы аҙна. Алдығыҙҙа киң офоҡтар асылыр. Бындай мәлдәр һирәк була, файҙаланып ҡалығыҙ. Шаршамбыла күптән борсоған мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ.
АРЫҪЛАН
Күп осраҡта үҙегеҙҙең көс-ҡеүәтегеҙгә таянырға тура килер. Сит-яттарҙың һүҙенә ышанып, ауыр хәлдә ҡалып ҡуймағыҙ. Был арала яңы эштәрҙе башламай тороғоҙ, ахырына еткерә алмай яфаланырһығыҙ.
ҠЫҘ
Аҙна һәйбәт килер. Алдығыҙҙа торған ҡатмарлы бурысты үтәгәс, абруйығыҙ бермә-бер артыр. Шаршамбыла һис уйламағанда аҡса алыуығыҙ ихтимал.
ҮЛСӘҮ
Осор күңелле ваҡиғалар менән башланыр. Өҫтәмә килем сығанағы табырһығыҙ. Айырыуса ижади эшмәкәрлек өлкәһендәгеләр уңыр. Йәкшәмбе яҡындарығыҙ менән итәғәтле булығыҙ, низағҡа юл ҡуймағыҙ.
САЯН
Дүшәмбе шәхси мөнәсәбәттәрҙә бер аҙ көсөргәнешлек һиҙелер. Ҡайһы берәүҙәр менән бәйләнештәрҙең бөтөнләй өҙөлөүе ихтимал. Аҙнаның икенсе яртыһы һәйбәт үтер.
УҠСЫ
Аҙнаның тәүге ике көнөндә ығы-зығы күп булыр. Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итергә тура килер, етәкселектең талабы артыр. Борсолорға урын юҡ: тырышлығығыҙ тейешенсә баһаланыр.
ЫЛАҠ
Көтмәгәндә мул ғына аҡса алырһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта уйланылмаған сығымдар ҙа булмаҡсы. Карьера үҫешенә ҡағылышлы ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ.
ҺЫУҒОЯР
Осор ярайһы уҡ уңышлы булыр. Шишәмбе яңы проект башларға мөмкин. Матди йәһәттән хәлегеҙ яҡшырыр. Өҫтәмә килем сығанағы табырһығыҙ йәки юғарыраҡ вазифа тәҡдим итерҙәр.
БАЛЫҠ
Етди үҙгәрештәр алдында тораһығыҙ. Вазифала үрләргә теләгәндәр, эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр. Яңғыҙҙарҙың ғаилә ҡороуы бар.