Өҫтәүенә ҡыҙ был видеоны социаль селтәрҙә таратҡан, ”күрегеҙ, бына мин ниндәй батыр йөрәкле гимнастка!”, йәнәһе. Тик халыҡ уның тырышлығын баһаламаған, киреһенсә, уны мәғәнәһеҙлектә, алйотлоҡта ғәйепләгән. Бындай гимнастик шоуҙың юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефле булыу ихтималлығын иҫкәрткәндәр. Сәстәре менән бысраҡ асфальтты һепергән ҡыҙҙың тәртибен өнәмәгәндәр, уны бындай ҡылығынан баш тартырға өндәгәндәр.
Әлбиттә, һәр ҡағиҙәлә иҫкәртмә булғандай, был осраҡта ла уны яҡлаусылар табылған. Күнегеүҙәрҙе “йәшел ут”ҡа сыҡҡанда яһаған бит, бер кемгә лә ҡамасауламаған, оҫталығын күрһәткән, тип аҡларға тырышҡандар. Тик оло урам таланттар асыу майҙаны түгел.