- Үҙем дә күптән күргәнем юҡ, ни хәлдәлер... - Бындай яуапты ишеткәс, Ғүмәр аптырап ҡалды.
...Мөнирҙең атаһы менән генә үҫкәнен тиҫтерҙәре яҡшы белә, ә бына малайҙың әсәһе тураһында бер кемдең дә ишеткәне лә, күргәне лә юҡ. Әсәһенең ҡайҙалығын белгеһе килеп, кескәй улының һорауына ла атай кешенең бер ҡасан йүнләп яуап биргәне булманы. Ныҡ асыуланғанын күреп, малай артыҡ төпсөнмәй ҙә торғайны. Сәйер мөнәсәбәткә улы үҫә-үҫә күнекте. Атаһы уны кеше араһында кәм-хур итмәне, кейендерҙе, ашатты-эсерҙе, уҡытты. Тик улы менән бергә уйнағаны, ҡайҙалыр сәйәхәткә, балыҡҡа, урманға барғаны булманы.
Бер ваҡиғаны Мөнир әле лә яҡшы хәтерләй. Тиҫтерҙәре менән һалда йөҙөргә сығып, аҙашып, өлкәндәрҙе хәүефкә һала балалар. Башҡалар эҙләргә сыҡҡанда, уның атаһы диванда гәзит уҡып ятып ҡала. Уның әллә ни иҫе китмәүен, артыҡ борсолмауын бала күңеле һиҙмәй буламы?.. ”Мине яратмайҙыр, ахыры” тигән уй тынғылыҡ бирмәй балаға. Улай тиһәң, кейемгә лә, мәктәп кисәләренә лә аҡсаһын йәлләмәй. Атаһының битарафлығына күнегелһә лә, уның саҡырып та, шылтыратып та туй һынлы туйға килмәүе Мөнирҙе сығырынан сығара, әлбиттә.
Шулай ҙа йәштәр һыр бирмәй. Сабыйҙары тыуғас, ҡунаҡҡа саҡыралар, бәләкәстәренең фотоларын олатаһына ебәреп ҡыуандырмаҡсы булалар. Бер нисә тапҡыр фатирына ремонт яһарға уҡталалар, тик атаһы ”кәрәкмәй” тип баш тарта. Бер саҡ корпоратив кисәһенән ҡыҙмаса булып ҡайтҡас, Мөнир атаһына шылтыратып, эсендәге бөтә үпкәһен сығара. Нисек бала саҡта ауыр йәшәгәнен, йылылыҡ тоймағанын, атай менән бергә йәшәп тә, атайһыҙ үҫкәнен, әле лә ҡоро, битараф мөнәсәбәттә булғанын әйтеп, кисерештәрен түкмәй-сәсмәй еткерә.
Мөнир үҙенең күпме ярһығанын белмәй, ауыр һөйләшеү мәңге барғандай, бөтмәҫтәй тойола, яҡын кешеңә үпкә һүҙҙәрен еткереүе еңел түгел... Атаһы иһә тыныс һәм сабырлыҡ менән тыңлап бөткәндән һуң: ”Мин һинең атайың түгел!” - тип дөрөҫлөктө аса. Баҡһаң, ҡатыны, Мөнирҙең әсәһе була инде, иренә хыянат итеп бала таба ла сираттағы һөйәре менән ситкә сығып китә. Ирҙең малайҙы балалар йортона бирергә намыҫы ҡушмай, шулай итеп, ике яңғыҙ бергә ғүмер кисерергә мәжбүр була.
...Ғүмәр менән хушлашҡас, ир күптән һыуынған эҙҙәр буйлап атай йортона юлланды. Бәлки, көтәләрҙер...