Новости
2 Июль 2020, 10:36

Республика халҡы Конституцияға төҙәтмәләрҙе хупланы

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Дөйөм Рәсәй тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса онлайн-брифинг уҙғарҙы.

Территориаль һәм участка һайлау комиссияларында тауыш биреүҙе һәм йомғаҡлауҙы 29395 комиссия ағзаһы ойошторған. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, тауыш биреүҙә 2763098 кеше ҡатнашҡан, был исемлеккә индерелгән кешеләрҙең 90,83 процентын тәшкил итә.
Мөһим сарала Өфө халҡы әүҙемлек күрһәтте, йәғни 86,85 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне, ә республиканың башҡа ҡалаларында был һан – 88,28 процентҡа, райондарында 93,73 процентҡа тиң.
Тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙан 2448685 кеше Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙе хуплап, “ЭЙЕ” тип тауыш биргән, йәғни 88,68 процент. Шулай уҡ Өфө халҡының – 83 проценты, республиканың башҡа ҡалалары халҡының – 86,73 проценты, райондар халҡының 91,95 проценты илебеҙҙең Төп Законына индерелгән төҙәтмәләрҙе хуплаған.
292701 кеше Конституцияға индерелгән төҙәтмәләргә “ЮҠ” тип тауыш биргән, йәғни был барлыҡ ҡатнашыусыларҙың 10,60 процентын тәшкил итә, уларҙың 15,99 проценты – Өфөгә, 12,65 проценты республиканың башҡа ҡалаларына, 7,43 проценты райондарға тура килә.
Ғаризалар буйынса барған ерҙә тауыш биреү хоҡуғын 30809 кеше файҙаланған, йәғни “Мобиль һайлаусы” механизмын ҡулланғандарҙың 78,8 проценты.
Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 30 йәшкә тиклемге граждандарҙың 80 проценттан ашыуы үҙенең конституцион бурысын үтәгән.
Сарала ҡатнашыусыларҙың 15 проценттан ашыуы участка бинаһынан ситтә тауыш биргән. Тауыш биреү исемлегендә булған мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың 84,77 проценты ҡатнашҡан.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының “ҡыҙыу линияһы”на бөтәһе 1049 шылтыратыу булған. Граждандар тауыш биреү тәртибе, Рәсәй Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләр, үҙҙәренең тауыш биреү участкаларының адресы менән ҡыҙыҡһынған.
Алдағы һайлауҙар менән сағыштырғанда, был юлы Үҙәк һайлау комиссияһына мөрәжәғәттәр һаны аҙ булған: тауыш биреү көнөнә тиклем – 48, төп тауыш биреү көнөндә – ете. Бөтә мөрәжәғәттәр закон буйынса билдәнгән ваҡытта ҡаралған, ҡануниәт боҙоуҙар булмаған.
Территориаль һайлау комиссияһына туғыҙ мөрәжәғәт килгән һәм ҡаралған, протоколдарға ҡул ҡуйғанда ике айырым фекер белдерелгән, участка һайлау комиссияларына 12 мөрәжәғәт килгән һәм ҡаралған, бер айырым фекер белдерелгән.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнашыуға 474 киң мәғлүмәт саралары вәкилен һәм 117 редакцияны аккредитациялаған. Тауыш биреү көнөндә участкаларҙа киү мәғлүмәт сараларының 294 вәкиле теркәлгән.
Рәсәй һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан ҡуйылған 13406 йәмәғәт күҙәтеүсеһе тауыш биреүҙең законлы шарттарҙа уҙыуын күҙәткән.
Илона Макаренко сығышын йомғаҡлап, республика халҡына әүҙем тормош позицияһы өсөн, ә тауыш биреүҙе ойоштороусыларға һәм һайлау комиссияһы ағзаларына, власть һәм урындағы үҙидара органдарына, журналистарға, йәмәғәт күҙәтеүселәренә, тәртип һаҡлау органдарына Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен үткәреүгә әҙерлек һәм ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: “Башинформ” сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас