Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Июль 2020, 14:14
Дүрт кеше ҡазаланған
Кисә Бөрө - Дүртөйлө юлының 14-се километрында ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Был аварияла бер юлы дүрт кеше зыян күргән.
"Honda CR-V" (рулдә - 54 йәшлек кеше) менән "Lada Granta" (рулдә - 25 йәшлек ҡыҙ) бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "Lada" водителе һәм уның өс пассажиры, шул иҫәптән өс йәшлек бала, етди йәрәхәттәр алып, дауаханаға оҙатылған. Ауыр эҙемтәләрҙән баланы махсус нығытма ғына һаҡлаған.
БР буйынса ЮХХДИ "Honda"-ның водителе һүҙҙәренә таянып хәбәр итеүенсә, уның автомобиленең алғы тәгәрмәсе эштән сыҡҡанлыҡтан, машинаға идара итеүҙе юғалта. Юл-транспорт ваҡиғаһына килтергән сәбәптәрҙе тулыраҡ асыҡлау өсөн тикшереү башланған.
Июлдең тәүге көнөндә республика юлдарында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 11 кеше зыян күргән.
Фото: gtrk.tv
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/D-rt-keshe-azalan-an-349064/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"