2843 һанлы Ҡуғанаҡбаш һайлау участкаһында һәр ваҡыттағыса халыҡтың әүҙем булыуы күҙәтелә. Алты көн дауамында бында һайлаусыларҙың 80 проценттан ашыуы, йәғни 579 кешенең 464е 1 июлде көтөп тормайынса Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биргән. Был участкала беренсе тапҡыр һайлаусылар ҙа бар, мәҫәлән Илина Ғәлиева.
Әйткәндәй, быйыл өйҙән тауыш биреү ҙә бик популяр. Теге йәки был сәбәп буйынса өйөгөҙҙән сыға алмайһығыҙ икән, бөгөн сәғәт 5-кә тиклем үҙегеҙҙең участка һайлау комиссияһына шылтыратып ғариза ҡалдыра алаһығыҙ.