Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
1 Июль 2020, 08:55
Тауыш биреүгә килеү 71,5 процент тәшкил итте
Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө айҡанлы беренсе брифинг үтте. Уны Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко онлайн тәртиптә үткәрҙе. Ул әлеге ваҡытҡа ҡарата көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе хәбәр итте.
– Бөгөн Башҡортостанда 3 мең 431 тауыш биреү участкаһы асылды. Уларҙың 36-һы кешеләрҙең ваҡытлыса булыу урынында. Сараны үткәреүҙе 29 мең комиссия ағзаһы тәьмин итә, – тине ул.
Илона Макаренко белдереүенсә, иртәнге сәғәт 10-ға ҡарата участкаларға тауыш биреүселәрҙең 71,5 проценты килгән. Ә 30 июнгә ҡарата тауыш биреүҙә 2 миллион 100 мең кеше ҡатнашҡан. Был исемлектәргә индерелгән кешеләр һанының 69 процентын тәшкил итә. Өфөлә тауыш биреүгә килеү 73,1 процент, ҡалаларҙа – 66,3 процент, райондарҙа 72 процент тәшкил итә.
Тауыш биреү барышын 30 меңдән ашыу күҙәтеүсе ҡарай, 117 редакциянан 474 журналист яҡтырта.
– Был сара ваҡытында иң мөһиме – тауыш биреүселәрҙең, комиссия ағзаларының, күҙәтеүсе һәм хәбәрселәрҙең һаулығы һәм ғүмере. Шуға күрә барлыҡ хәүефһеҙлек саралары тулы кимәлдә үтәлә. Бөтә комиссия ағзалары шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, – тине Илона Макаренко.
Фото: БЮТ видеоһынан скриншот.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Tauish-bire-g-kile-71-5-protsent-t-shkil-itte-347058/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"