Новости
1 Июль 2020, 07:50

Тарихи ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ!

Бөгөн Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙең һуңғы көнө. Тауыш биреү буйынса участкалар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Шулай уҡ өйҙән сыҡмайынса ла был сарала ҡатнашырға була, бының өсөн үҙегеҙ беркетелгән участкаға 17.00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Һорауҙар тыуғанда Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына – 8-800-200-00-20 йәки Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының “ҡыҙыу бәйләнеш”енә (347) 280-95-06, (347) 280-96-34 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан Республикаһының татар милли-мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Римма Үтәшева, ҙур стажлы медицина хеҙмәткәре булараҡ, тауыш биреү участкаларында инфекция таралыуына юл ҡуймау маҡсатында бөтә сараларҙың да күрелеүе хаҡында белдерҙе: бирсәткә, битлек һәм ручка бирелә, бинаны диами рәүештә дизенфекциялап торалар, 1,5 - 2 метр арауыҡ күҙәтелә, килгән бер кешенең температураһын үлсәйҙәр.
“Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр төҙәтмәләр индерәбеҙ, беренсе тапҡыр аҙна буйы тауыш бирәбеҙ – былар барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә. Шулай килеп сыҡты инде, бик яуаплы ваҡытҡа тура килде, был хәлдә тауыш биреүселәрҙең һаулығына битараф ҡала алмайбыҙ”, – тип белдерҙе Римма Үтәшева.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Рәмилә Мусина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Tarihi-va-i-anan-sitt--alma-i-346830/
Читайте нас