Новости
1 Июль 2020, 07:07

Бар һорауҙарға яуап бирәсәктәр

Билдәле булыуынса, бөгөн Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең төп көнө. Ошо уңайҙан республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы көн дауамында онлайн-брифингтар үткәреп торасаҡ. Уның барышында барлыҡ көнүҙәк мәғлүмәт бирелеп барасаҡ.

Брифингтар “01.07.2020 Дөйөм Рәсәй тауыш биреүе” мәғлүмәт үҙәгендә түбәндәге график буйынса үтәсәк:
01.07.2020
10.30 сәғәттә – Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.
12.30 сәғәттә – Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.
15.30 сәғәттә – Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге мөдире-начальнигы Йыһанур Алтынбаев.
18.30 сәғәттә – Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов.
20.30 сәғәттә – Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

02.07.2020

11.00 сәғәттә – Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.
Тура трансляция Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының www.facebook.com сәхифәһендәге төркөмдә https://www.facebook.com/2205005229614816/live/ һылтанмаһы буйынса һәм Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеләсәк.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һорауҙарын pressa@cikrb.ru электрон адресы аша бирә аласаҡ. Мөрәжәғәттә баҫманың исеме, хәбәрсенең исем-фамилияһы һәм телефоны күрһәтелергә тейеш.
Мәғлүмәттәр өсөн телефон: (347) 218-11-14.
Фото: bashkortostan.izbirkom.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Bar-orau-ar-a-yauap-bir-s-kt-r-346454/
Читайте нас