Өҫтәүенә, онлайн рәүештә һәм участка һайлау комиссиялары ағзаларына алдан хәбәр итеп, өйҙә лә тауыш бирергә мөмкин булды. Һуңғыһы 65 йәштән өлкәнерәк граждандар өсөн айырыуса көнүҙәк булды, сөнки, барыбыҙға ла билдәле, тап уларҙың COVID-19 коронавирус инфекцияһын йоҡтороу хәүефе ҙур. Был участканың рәйесе - Рәсимә Ҡотлошина. Ә Гөлшат Ҡотлошина менән Света Ишбирҙина ололарҙың өйҙәренә барып тауыш бирҙертә. Һәр кем һайлауҙың мөһимлеген аңлай һәм бындай мөнәсәбәткә бик шат, сөнки уларҙың күптәренең сәләмәтлегенә бәйле өйҙәренән сығып йөрөү мөмкинлеге юҡ.
Бында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан күҙәтеүселәр бар. Етешһеҙлектәр, тәртип боҙоуҙар юҡ.